+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Октябрь 2022, 15:08

Төбәктең Экология министрлығы ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға конкурс иғлан итте

Республиканың 63 муниципалитетында контейнерҙар ҡуйыла.  

Төбәктең Экология министрлығы ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға конкурс иғлан итте
Төбәктең Экология министрлығы ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға конкурс иғлан итте

#национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

19 октябрҙә Башҡортостандың Экология министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырып йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға конкурс иғлан итте. Һатып алыуҙың дөйөм суммаһы 172,15 миллион һум тәшкил итә, ғаризалар 27 октябргә тиклем ҡабул ителә. Ошо хаҡта мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары порталында баҫылған.

Конкурс документтарына ярашлы, 1-2 мең литрлыҡ ҡапҡаслы, евроэлемтәле тура мөйөшлө контейнерҙар алыу күҙаллана. Улар иҫәбендә - ҡатнаш ҡоро сүп-сар өсөн 3171 көрән төҫтәге контейнер, быяла өсөн 3042 ҡыҙыл контейнер, пластик өсөн 2253 һары контейнер һәм ҡағыҙ өсөн 2627 зәңгәр төҫтәге контейнер. Бөтәһе 11 093 контейнер һатып алынасаҡ.

Республиканың 63 муниципалитетында контейнерҙар ҡуйыла. Өфө - 400 контейнер, Стәрлетамаҡ - 316, Салауат, Сибай, Октябрьский - 300-шәр, ә Дүртөйлө районы 477 контейнер аласаҡ. Бөтә майҙансыҡтар ҙа «Экология» милли проекты сиктәрендә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу урындары реестрына индерелергә тейеш.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, алдан "Башинформ" республикаға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға 168,7 миллион һум күләмендә федераль субсидия бүлеү тураһында хәбәр иткәйне. Республиканың ҡушма финанслауын иҫәпкә алып, был сумма 172 миллион һумдан ашып китте.

Автор:
Читайте нас: