-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь , 09:35

Бухгалтер — етди һәм яуаплы һөнәр

Бухгалтерҙың эшмәкәрлеге күҙгә күренмәй. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, тап уларҙың аныҡ һәм иғтибарлы эшмәкәрлегенә тотош предприятиеның ғына түгел, ә бөтә райондың уңышы бәйле. Бухгалтерияны «күренмәгән фронт яугирҙәре» тип тә атайҙар ҡайһы берәүҙәр. Ысынлап та, уларҙың эше ситтән күҙәткән кешегә күренмәй, әммә бер ойошма ла бухгалтерияһыҙ эшләй алмай. Һан законын белмәйенсә тормошто өйрәнеп булмай. Һәр учреждение, хатта бәләкәй генә эшҡыуарлыҡ та үҙенең иҫәп-хисаптарын алып бара.

Белем биреү учреждениеларын хеҙмәтләндереү буйынса үҙәкләштерелгән бухгалтерия Әбйәлил районы ойошмалары араһында белгестәр һаны буйынса иң ҙуры. Үҙәкләштерелгән бухгалтерия 39 (филиалдар менән 45 учреждение) юридик берекмәне хеҙмәтләндерә, улар иҫәбендә 21 мәктәп, 10 балалар баҡсаһы, 5 өҫтәмә белем биреү учреждениелары, «Ирәндек» балалар ял лагеры. Был ҙур күләмле һәм ҡатмарлы эш. Район бюджетының финанс средстволарының 61 проценттан ашыуы мәғариф бүлегенә тура килә. Эш хаҡы буйынса ғына алғанда белем биреү ойошмалары хеҙмәткәрҙәре һигеҙ бюджет классификацияһына һәм шундай уҡ һандағы республика, федераль бюджет кодтары буйынса бүленә. 2500-ҙән ашыу мәғариф хеҙмәткәренә ваҡытында эш хаҡы түләү, һалымдарҙы иҫәпләп-күсереү иҫәп-хисап һәм һалым бүлеге иңенә төшә.

  Мәктәп уҡыусыларының  һәм балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәрен йылы аш менән тәьмин итеү дөйөм эш күләменең байтаҡ өлөшөн биләй. Реестр бүлеге хеҙмәткәрҙәре бюджет классификацияһының 13 коды буйынса түләүҙәр үткәрә, ә уларҙың докуметтарын әҙерләү өсөн генә байтаҡ ваҡыт һәм иғтибарлылыҡ талап ителә. Матди бүлек хеҙмәткәрҙәре бөтә төр аҙыҡ-түлек, алмаш өлөштәр, төп средстволар буйынса матди отчеттарҙы ентекләп тикшерә.  Был өлкәлә ҙур яуаплылыҡ ревизор Л.  Ғайсина иңенә төшә. Бөтә учреждениеларҙың финанс тәьминәте план бүлегенең эшенә, бюджет сметаларын дөрөҫ төҙөүгә бәйле.

  33 хеҙмәткәрҙән торған бухгалтерияны Р. Р. Булатова етәкләй. Баш бухгалтерҙың ысын профессионал булыуы команданың эшен ойоштороуға, экономик һәм юридик һорауҙарҙы дөрөҫ хәл итеүгә, яңы программаларҙы һәм IP-технологияларҙы үҙләштереүгә булышлыҡ итә. 2021 йылда коллектив яңы системаға күсә һәм уны уңышлы үҙләштерә. Бухгалтерҙарҙың күбеһе 15 йылдан да күберәк тәжрибә йыйған белгестәр. Улар араһында оҙаҡ йылдар тырышып хеҙмәт итеүселәр бар. Альбина Сәғитова мәғариф системаһында 39 йыл, Гөлсөм Фәйзуллина 38 йыл намыҫлы эшләй. Айгөл Сафина 27 йыл бер ойошмала хеҙмәт итә, бөтә тәьмин итеүселәр менән эш алып бара. 26 йылдан ашыуыраҡ эшләгән Гөлнара Хисмәтова һәм Гөлнара Исрафилова ла яҡшы белгестәр. Уларҙың тәжрибәһе, дөрөҫ кәңәштәре бухгалтер иҫәбен ойоштороуҙа һәм алып барыуҙа ҙур ярҙам күрһәтә. Компьютерҙы камил белгән, донъяға яңы ҡараш менән эшкә килгән йәш белгестәр ҙә ҡыуандыра. Тәжрибәле йәш белгестәрҙең берҙәм эше һөҙөмтәле емештәрен бирә.

Бухгалтерҙар һәм бухгалтер иҫәбе белгестәрен һөнәри байрамы уңайнан ҡотлайбыҙ. Тынғыһыҙ эштәрендә уңыштар, бәхет, ғаилә именлеге, күңел йылыһы һәм тыныс күк йөҙө теләйбеҙ!

Автор:Гөлнара Ғиниәтова
Читайте нас: