Дәүләт программалары
19 Сентябрь 2025, 00:55

Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлек

Башҡортостандың Дәүләт хеҙмәттәре порталында балалы ҡатын-ҡыҙҙар өсөн уңайлыраҡ булһын өсөн яңы бүлектәр асылған. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлекДәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлек
Дәүләт хеҙмәттәре порталында яңы бүлек

Улар өсәү: һаулыҡ һаҡлау, социаль яҡлау, мәғариф. Социаль әһәмиәтле хеҙмәттәрҙе электрон формаға күсереү, шулай уҡ яңы сервистар булдырыу — "Мәғлүмәт иҡтисады" милли проектының төп бурыстарының береһе.

– Беҙ дәүләт ярҙамын һәр кем белһен өсөн тырышабыҙ, шуға күрә республика дәүләт хеҙмәттәре порталында уңайлы бүлектәр эшләйбеҙ. Хәҙер балалы ҡатын-ҡыҙҙар бөтә ярҙам саралары хаҡында мәғлүмәтте тиҙерәк таба ала, ваҡыттарын әрәм итмәй. Мәғлүмәт 19 төрлө осраҡҡа бүлеп урынлаштырылған, – тип аңлатма бирә был хаҡта Башҡортостан дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин.

Әсәләр өсөн бүлек Башҡортостан дәүләт хеҙмәттәре порталының төп битенә ҡуйылған. Бында балалар тарбиәләгән ғаиләләргә ярҙам саралары, кәрәкле документтар, мөрәжәғәтте ҡарау ваҡыты тураһында мәғлүмәт бирелгән, йыш борсоған һорауҙарға яуап табып та була.

Бынан алда республикабыҙҙың Дәүләт хеҙмәттәре порталында МХО яугирҙәре һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам тураһында бүлек эшләп киткәйне.

ФОТО: БР Дәүләт идаралығының һанлы үҫеше министрлығы сайтынан.

 

 

 

 

 

 

 

 

 

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас