Дәүләт программалары
4 Сентября , 07:15

Етемдәргә-фатир асҡыстары

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса даими эш алып барыла. #Национальныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостана  

Етемдәргә-фатир асҡыстарыЕтемдәргә-фатир асҡыстары
Етемдәргә-фатир асҡыстары

Ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү  РФ дәүләт программаһы “Рәсәй Федерацияһы граждандарын арзан һәм уңайлы торлаҡ һәм коммуналь хеҙмәттәр менән тәьмин итеү”  РФ дәүләт программаһы сиктәрендә башҡарыла һәм етем  балаларға һәм улар араһынан кешеләргә торлаҡ биреү буйынса саралар тормошҡа ашырыла.

Район хакимиәте башлығы Айрат Әминев өс райондашыбыҙға бөтә уңайлыҡтары булған яңы торлаҡ асҡыстарын тапшырҙы. Бер бүлмәле фатирҙар хәҙерҙән үк йәшәүгә әҙер.
“Бөгөнгө ҡыуаныслы мөһим ваҡиға менән һеҙҙе ҡотлайым. Йортоғоҙҙоң мәнфәғәтен күреп, именлектә йәшәргә яҙһын, тормошоғоҙҙа шатлыҡлы көндәр күберәк булһын. Һеҙгә барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйем!” – тигән изге теләктәрен еткерҙе АйратЗиннәт улы йәштәргә.  

Бөтә уңайлыҡтары булған фатир биреү “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын (нацпроект «Жильё и городская среда») үтәүгә лә үҙ өлөшөн индерә.

Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас