

Икмәк бешереү эшенә юҡҡа тотонмаған Әнисә Әхтәмова. Бәләкәй сағынан аш-һыу оҫтаһы булған әсәһенә ярҙамлашып, уның серҙәрен өйрәнеп үҫә Ҡушый ҡыҙы.
— Беҙҙең өйҙә ҙур «урыҫ мейесе» булды. Әсәйем һәр ваҡыт бәлеш-бөйөрөктәр бешерә ине. Элек магазиндарҙа тәмле-татлы тулып ятманы, ауылдаштар, туғандар байрам-ҡунаҡтарға икмәк-бәлештәргә заказ бирә ине, — ти Әнисә Мәһәҙи ҡыҙы. — Беҙ уға ярҙамлашып, ҡамыр ризыҡтары бешерергә өйрәндек.
Кейәүгә сыҡҡас, ғаиләһе менән Магнитогорскиҙа йәшәйҙәр. Һатыусыға уҡып һөнәре буйынса эшләй. Ғаилә башлығы Ринат Рафиҡ улы бар ғүмерен комбинатҡа арнаған. Әхтәмовтар ике ул тәрбиәләй, юғары белем бирә.
Төп маҡсатыбыҙ — һатып алыусыларҙы тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырыу. Шөкөр, продукциябыҙҙы маҡтай-маҡтай алалар, кәштәлә оҙаҡ ятмай — был эшебеҙгә иң ҙур баһа.
Тырыш ғаилә Дауыт ауылында йорт һала башлай. Шул саҡта Әнисә апай ауылда райпо магазинын һатыуҙары хаҡында ишетеп ҡала һәм тәүәкәлләп иҫке генә бәләкәй бинаны һатып ала. Ике йыл ауыл халҡына аҙыҡ-түлек һата һәм шул осорҙа яңы магазин төҙөтә. Бер аҙҙан өлкән улы Рөстәм унда икмәк бешереү цехын асыу идеяһын тәҡдим итә. Үҙе мейестәр, ҡорамалдар һатып ала, ҡаланан кәрәк-яраҡ ташыуҙы хәстәрләй. Тиҙҙән Дауыт икмәген район үҙәге магазиндарына һатыуға сығаралар, һәр саҡ уңып, тәмле булып бешкән икмәккә ихтыяж арта. Хатта, эште ике сменала ойошторалар, яҡын-тирә ауылдар буйлап икмәк ташый башлайҙар. Эш күбәйгәс, Магнитогорск металлургия комбинатында инженер булып эшләгән Рөстәм Ринат улы урынын ҡалдырып, тулыһынса икмәкханаға тотона. Шулай итеп, Әнисә апайҙың бәләкәй магазиндан башлаған эше ғаилә бизнесына әүерелә. Ринат Рафиҡ улы комбинатта ике көн эшләй, ике көн ял итә, ул да буш саҡтарында яҡындарына ярҙамлаша.
Икмәк бешереү цехында эштәре яйланғас, Әнисә Мәһәҙи ҡыҙы Асҡар ауылында кулинария асыу буйынса бизнес-проект менән район хакимиәтенә бара. Етәкселек уға бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү муниципаль программаһында ҡатнашырға тәҡдим итә. Уның ярҙамы менән яңы цех өсөн кәрәкле ҡорамалдар һатып алыу сығымдарының бер өлөшө ҡаплана. Һәм ҡыҫҡа ваҡыт эсендә эшҡыуар район үҙәгенең Көнсығыш-1 биҫтәһендә «Сәк-сәк» кулинарияһын асып, продукция етештереүҙе һәм һатыуҙы яйға һала.
— Документация йүнләү эшендә ҙур ярҙам күрһәткән ул ваҡыттағы бизнес-шәриф Артур Дәүләтбаевҡа, иҡтисад бүлеге начальнигы урынбаҫары Гөлфиә Шәһәрғазинаға әле булһа рәхмәтлемен. Уларҙың кәңәше буйынса БР Төбәк лизинг компанияһынан йөк автомобиле һатып алыуға финанс ярҙам да булды, — ти эшҡыуар.
Хәҙер Әнисә Әхтәмованың «Сәк-сәк» кулинарияһынан кеше өҙөлмәй, бында ҡырҡ төргә яҡын ассортиментта кондитер изделиелары бешерелә. Айырыуса төрлө бәлеш, рулет, пончик һәм пирожныйҙарҙы яратып алалар. Эш ике сменала ойошторолған.
— Коллектив һәйбәт, барыһы ла тырыштар. Тәүге көндән эшләгән алтын ҡуллы кулинарҙар — Земфира Баястанова, Рәсилә Вәлиева, Лилиә Мансурова һәм Нурия Әхмәтова тик маҡтауға лайыҡ. Һатыусылар Лилиә Усманова менән Нәзирә Минһажева ла үҙ эштәренең оҫталары, — ти кулинария хужабикәһе Ә. Әхтәмова. — Водителдәрҙән дә уңдыҡ. Продукцияны ваҡытында сауҙа нөктәләренә өлгөртөү өсөн тырышалар. Бигерәк тә Радик Мырҙагилдин менән Дмитрий Осипов үҙ бурыстарына яуаплы ҡарай.
Водителдәр көн дә төрлө йүнәлештә яңы бешеп сыҡҡан икмәк, кондитер ризыҡтары тарата. Баймаҡ, Белорет райондарына, Байым, Сиҙәм яғына продукция оҙаталар. Район үҙәге магазиндарын, бынан тыш мәктәп, балалар баҡсаларын йылы икмәк, тәмле кондитер ризыҡтары менән тәьмин итәләр. Ҙур күләмде ваҡытында өлгөртөү өсөн Дауыт икмәк бешереү цехы тәүлек әйләнәһенә эшләй, штатта бөтәһе 30 хеҙмәткәр. Трасса буйында ғына урынлашҡан «Сәк-сәк» кулинарияһында юлаусыларға яңы бешкән тәмлекәстәр менән сәй эсеп сығырға мөмкин булыуы уңайлы.
Дәрт-дарманы ташып торған, нимәгә тотонһа ла ҡулынан килгән Әнисә апайҙың белмәгән эше юҡ. Продукция өсөн сеймал хәстәрләү, иҫәп-хисап эшен алып барыу, сауҙа нөктәләре менән килешеүҙәр төҙөү араһында тәмле буҙа ҡойорға ла өлгөрә. Шифалы эсемлекте «Сәк-сәк» магазинынан алырға мөмкин. Үҙе ғаиләһен тел йоторлоҡ бөйөрөктәр, бәлештәр менән һыйларға ярата.
Уңып бешкән, тәмле ризыҡтары төрлө күргәҙмәләр, сараларҙа ла юғары баһалана. Уҙған йылда «Ҡомартҡы» этник мәҙәниәт республика фестивалендә «Ашъяулыҡ» номинацияһында ҡырҡтан ашыу төр продукция тәҡдим иткән «Сәк-сәк» кулинарияһы Гран-при яулаған. Улар бешергән төрлө ҡамыр ризыҡтары туй-юбилейҙар табындарын йәмләй, аяттарға бешертеп алалар.
Әнисә Әхтәмованың тағы бер һоҡланырлыҡ матур сифаты — ул ярҙамсыллыҡ. Йомарт, киң күңелле эшҡыуар районда, тыуған ауылы Ҡушыйҙа үткән күп сараларҙа бағымсы булып тора.
— Кешеләргә ярҙам итергә яратам. Рәхмәт һүҙҙәре күңелде үҫтерә, яңы изге эштәргә дәртләндерә, — ти Әнисә Мәһәҙи ҡыҙы. — Тыуған ауылымда үҙем бәләкәй саҡтан һыу ташыған шишмәне төҙөкләндерҙем, клуб сәхнәһе өсөн шаршауҙар тектерҙем. Ҡушыйҙа үткән сараларҙан ситтә ҡалмайым. Киләһе йылда беҙҙә «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамы уҙасаҡ. Осрашыуға әҙерлектә ҡулдан килгәнсе ярҙамлашырмын тип ниәтләйем.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров:
— Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны йылдан-йыл арта. 2024 йылда ул 142 мең самаһы тәшкил итте. Республикала үҙмәшғүлдәр һаны бер йылда 41,3 процентҡа артҡан, хәҙер улар 263 мең самаһы. Бынан тыш, Башҡортостанда 618 социаль эшҡыуар эшләй, был йәһәттән республика Рәсәй субъекттары араһында алдынғы урында. Бизнес — ул яңы эш урындары, бюджетҡа һалымдар, инвестициялар. Бөгөн Башҡортостандың бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ предприятиеларында 600 меңгә яҡын кеше эшләй. Республика бюджетына һалым керемдәре 22 миллиард һум тәшкил итте.
Эше гөрләп барған йүнсел ханым ҙур пландар менән йәшәй. Хыялы — заманса технологиялар менән эшләгән ҡорамалдар ҡуйып, ҙур икмәк бешереү цехы һәм хәләл кафе төҙөү. Әле кулинарияның икенсе ҡатында ремонт эштәре бара, ул тамамланғас икмәк ташыу өсөн тағы бер машина алыуҙы йүнләр кәрәк.
— Әлбиттә, бөтә был эштәрҙе атҡарыуҙа тормош иптәшем һәм улдарымдың ярҙамын тоям. Улар терәк-таяныс булмаһа, бер нәмә лә килеп сыҡмаҫ ине. Шөкөр, килендәремдән дә уңдым: Рөстәмдең кәләше Рәмиләгә, Марселдың кәләше Лилиәгә рәхмәтлемен. Улар үҙемдең ҡыҙҙарым кеүек, бер ҡасан да ярҙамдан баш тартмайҙар. Ике ейән янына ҡурсаҡтай ейәнсәр бүләк итеп беҙҙе ҡыуандырҙылар, — ти Әнисә апай. — Улдарым эшебеҙҙе дауам итер, тип ышанам. Төп маҡсатыбыҙ — һатып алыусыларҙы тәмле ризыҡтар менән ҡыуандырыу. Шөкөр, продукциябыҙҙы маҡтай-маҡтай алалар, кәштәлә оҙаҡ ятмай — был эшебеҙгә иң ҙур баһа.
Район халҡын тәмле икмәк һәм ҡамыр ризыҡтары менән ҡыуандырған булдыҡлы, йүнсел Әхтәмовтар ғаиләһенә артабан да уңыштар юлдаш булһын!
Динара САФИУЛЛИНА.