

Геройымдың ҡортсолоҡҡа тотоноуы тиктән генә килеп сыҡмай. Миәкә районы Елдәр ауылында тыуып-үҫеп, Йоматау ауыл хужалығы техникумынан һуң йүнәлтмә буйынса Әбйәлилгә эшкә ебәрелеп, ошонда ғаилә ҡороп төпләнеп ҡалған Ринат Шәйҙулла улы данлыҡлы умартасылар нәҫеленән. Ата-бабаһы әүәл замандарҙан ҡорт тотҡан, бал һатып кәсеп иткән, көн күргән.
Ғәлишиндар ғаиләһендә 1917 йылғы Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙан архив мәғлүмәттәре һаҡлана. Унда Өфө губерняһының Бәләбәй өйәҙе Елдәр волосы башҡорто, 67 йәшлек Хәйрулла Ғәлишиндың 30 умартаһы булыуы тураһында ла иҫәпкә алынған. Хәйрулла ҡарт — Ринат ағайҙың ҡарт олатаһы. Ул был шөғөлөн үҙенең улына өйрәткән, улынан ейәндәренә күскән. Ринат ағай иҫ белгәненән умарталыҡта олатаһына ҡорт ҡарашып үҫкән, халҡыбыҙҙың милли кәсебе серҙәренә бала сағында өйрәнгән.
Ҡанына һеңгән шөғөлдө 40 йыл инде ҡырыҫ тәбиғәте менән айырылған, йыш ҡына ҡоролоҡтары менән ыҙалатҡан Урал аръяғы райондарының берендә үҙ тырышлығы, хәләл көсө менән дауам итеп килә ул. Маҡсаты ғаиләһен, дуҫтарын һәм әйләнә-тирәһендәгеләрҙе сифатлы бал һәм бал продукцияһы менән тәьмин итеү. Нәҫел шөғөлөнә балаларында ла һөйөү уятҡан. Район үҙәге Асҡарҙа торған кинйә улы Артур атаһының төп ярҙамсыһы. Артурҙың улы Арслан да алты йәшенән атаһы менән олатаһының умарталығына ярҙамлашырға йөрөй: рамдарҙы таҙартыша, бал һығыуҙа ҡатнаша, башҡа төрлө йомоштарҙы үтәй.
Әйткәндәй, Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһында белем алған балсы ейәне былтыр Мәскәүҙә Д. И. Менделеев исемендәге ХХ Бөтә Рәсәй ғилми-тикшеренеү эштәре конкурсында ҡатнашып, икенсе урынға лайыҡ булған. Рәсәй Мәғариф министрлығы тарафынан уҙғарылған конкурста илдең 63 төбәгенән һайлап алыу турын уңышлы үткән иң талантлы мең ярымдан ашыу уҡыусы һынау тотҡан. Шулар араһында II дәрәжәле диплом, кубок һәм «Йәш эҙләнеүсе» миҙалын яулаған Арслан жюриҙың иғтибарын башҡорт балы тураһындағы ғилми эше менән яулаған.
«Ҡайһы бер намыҫһыҙ бал һатыусылар күберәк килем алыу, балдың күләмен арттырыу, йәиһә ваҡытынан алда һығып алынған продукцияға татлы тәм биреү өсөн уға шәкәр, һыу, крахмал, аҡбур ҡушыу кеүек мутлашыу аҙымдарына бара», — тип бик белдекле итеп һөйләй бал бабай ейәне. Һатып алыусыларға нисек алданмаҫҡа, нисек итеп ябай ғына ысулдар менән тауарҙың сифатын тикшерергә — «Башҡорт балының сифатын өй шарттарында билдәләү» тип аталған ғилми эшендә Арслан ошолар хаҡында ентекләп өйрәнгән.
Татлы ризыҡ өҫтәлгә килеп ултырғанға тиклем бөтә ғаилә менән күп көс һала Ғәлишиндар, үҙҙәре лә бал ҡорто күсе кеүек мәж киләләр. Яҙлы-көҙлө умарталарҙы ҡышлау урынына индереү һәм сығарыуҙа, сәскәле миҙгелдә баллы урындарға күсереп йөрөтөүҙә, бал һығыуҙа, яңы умарталар һәм рамдар әҙерләүҙә, уларҙы йыуыуҙа хәләл ефете Гөлшат Фәйзулла ҡыҙының һәм балаларының ҙур ярҙамын тоя Ринат ағай. Шулай булмаһа, 80 йәшкә етеп килгән уҙаман бер үҙе генә артыҡ эш ырата алмаҫ ине инде хәҙер.
Олоғайып барыуына ҡарамаҫтан, йәйгеһен ҡорттары менән бал артынан бергә айлап «командировкала» йөрөүҙән һис тә ялыҡмай Ринат ағай. Йүкә сәскә атҡан ваҡытта умарталарын Инйәр яғына алып барып урынлаштыра (ә был һис тә яҡын ара түгел, Урал тауы аша артылып 200-250 км самаһы юл үтергә кәрәк!), ҡарабойҙай, көнбағыш, сәскә балы йыйыу өсөн Әбйәлил баҫыу-ҡырҙарын иңләй.
Тырыш хеҙмәтенең татлы емеше менән сауҙа иткән Ринат Ғәлишинды Асҡар баҙарында, ауыл хужалығы йәрминкәләрендә йыш осратырға була. Намыҫһыҙланмай, алдашмай, ҡомһоҙланмай. Сифатлы тауары менән һатып алыусыларҙың ышанысын яулаған. Ғәлишиндарҙың балы тураһында Рәсәйҙең төрлө төбәктәрендә беләләр, хатта сит илдәргә лә күстәнәскә алалар. Даими һатып алыусылары балды йорттарынан уҡ килеп алып китә. Заказ буйынса почта аша ла алдыртҡан клинеттары ла бар.
Колхозда диспетчер-бухгалтер булып намыҫлы хеҙмәт юлы үткән Ринат ағай хаҡлы ялда ла әүҙем тормош алып бара. Хәлил ауыл биләмәһе ветерандар советының әүҙем ағзаларының береһе ул. Ветерандар хорында йырлай. Ветерандар ойошмаһы башланғысы менән ауыл биләмәһендә хәрбиҙәргә ярҙам йыйыу акцияһы иғлан ителгәс, илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуын теләп, ғаиләһе исеменән хәләл өлөшөн индергән. Ғәлишиндар биргән 45 кило бал гуманитар ылау менән Луганск өлкәһенә – махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарға оҙатылған. Дин юлындағы хәләл ефете Гөлшат апай ҙа аяҙ күк йөҙө, һалдаттарға именлек-һаулыҡ теләп доғалар ҡыла. Уларҙың бәләкәй ҡыҙҙары Әлфиәнең дә тормош иптәше, Ғәзинур кейәүҙәре шул һуғышта йөрөй...
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.