+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әбйәлил буҙаһы

«Ашъяулыҡ» башҡорт милли ризыҡтары асыҡ район конкурсында Хәлил ауылынан Фәүҡинур Мусина ҡойған буҙаны оҡшатмаусылар бөтөнләй булмағандыр.

«Ашъяулыҡ» башҡорт милли ризыҡтары асыҡ район конкурсында Хәлил ауылынан Фәүҡинур Мусина ҡойған буҙаны оҡшатмаусылар бөтөнләй булмағандыр. Һолонан боронғо ысул менән яһалған эсемлек жюриның да йөрәгенә май булып яғылды – оҫтабикә I урынға лайыҡ булды.
Күргәҙмә-конкурста Фәүҡинур апай үҙенең буҙа ҡойоу серҙәре менән дә бүлеште. Беҙ ҙә уны яҙып алдыҡ.
Буҙа әҙерләү өсөн кәрәк буласаҡ:
таҙа һоло –2,5 кг;
туңмай – 200 гр;
һыу –10 л;
һөт – 1,5 л.
Әҙерләү ысулы:
Һолоно сүптәрҙән таҙартҡас, яҡшылап йыуып, мейескә йәки духовкаға киптерергә ҡуябыҙ. Көймәһен өсөн болғатып торорға онотмайбыҙ. Буҙаның тәме яҡшыраҡ булһын өсөн һолоно 20 минут самаһы мейестә киптергәндән һуң табала ҡыҙҙырып алыр кәрәк. Артабан уны тирмән йәки ит тартҡыс аша үткәрәбеҙ. Ҡаҙанға һыуҙы ҡайнатырға ҡуябыҙ ҙа, шул арала табаҡҡа һоло онон һалып бутҡаға оҡшаш иҙмә эшләйбеҙ. Ҡаҙандағы һыу ҡайнап сығыр мәлдә генә туң майҙы һәм иҙмәне төшөрәбеҙ, масса ҡаҙан төбөнә ултырмаһын өсөн уны болғай-болғай бер сәғәт ҡайнатабыҙ.
Уттан алғас һауытыбыҙҙы томалап ябып торабыҙ. Йылымыс булғас, ике аш ҡалағы ҡомалаҡ сүпрәһе, 1,5 л ҡайнатылған йылымыс һөт ҡушып, кире өҫтөн ябып ҡуябыҙ.
Иртәгәһе көн иртәнсәк буҙаны һөҙәбеҙ һәм ул эсергә әҙер ҙә була. Теләктәре булғандар буҙаға шәкәр өҫтәй ала.
Буҙағыҙ тәмле булһын!
Читайте нас: