+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Байрам табыны тәмле һәм йәмле булһын

Ир-егеттәрегеҙҙе байрамда нисек ҡыуандырырға тип баш ватаһығыҙмы? Көслө зат һөйөүен нисек яуларға икәнлеген беләбеҙ бит. Дөрөҫ, уның йөрәгенә тура юл — тәмле аш-һыу.

Ир-егеттәрегеҙҙе байрамда нисек ҡыуандырырға тип баш ватаһығыҙмы? Көслө зат һөйөүен нисек яуларға икәнлеген беләбеҙ бит. Дөрөҫ, уның йөрәгенә тура юл — тәмле аш-һыу. Ҡыш буйы көн дә итле ризыҡтар ашап ялҡып киткәнһегеҙҙер, әйҙәгеҙ байрам табынына тултырылған көмөрө балыҡ (горбуша) әҙерләйек. Урта ҙурлыҡтағы балыҡты таҙартып, йыуғандан һуң эстән-тыштан тәменсә тоҙ, борос, лимон һуты, көнбағыш майы һөртәбеҙ. Маринад эсендә ятып торғансы, бер-ике кишер менән һуғанды майҙа ҡыҙҙырып алабыҙ. Бәшмәк өҫтәргә мөмкин. Ошо эслекте балыҡ эсенә тултырғас, фольгага урап ҡыҙыу мейестә бешерәбеҙ. Берәй сәғәттән һутлы булып бешкән тәмле балыҡ әҙер. Өҫтөн йәшелсәләр менән биҙәп, табынға ултыртырға ғына һәм яҡындарығыҙҙан маҡтау һүҙҙәре ишетә-ишетә ашарға ғына ҡала. Бындай хан ризығынан бер ир-егет тә баш тартмаҫ.
Әгәр ҙә ғаиләлә балыҡ яратмаусылар булһа, французса ит әҙерләргә мөмкин. Һыйыр итенән фаршты табаға һалғас, өҫтөнә оҙонсалап йәки түңәрәкләп ҡырҡылған картуфты йәйергә. Картуфты әҙерәк тоҙларға онотмағыҙ. Уның өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән кишер һалырға. Был ҡаттан һуң бәшмәк яратыусылар уны өҫтәй ала. Шунан һуң мул ғына майонезлап, иң өҫтөнә ҡырғыстан үткәрелгән сырҙы һибергә. Мейестә 45 минутта әҙер буласаҡ.
Бәлеште бөтәһе лә ярата, ир-егеттәр ҙә тәм-томдан баш тартмай. Һынап ҡарағыҙ, ошо рецепт буйынса бешкәне, өҫтәлегеҙҙә оҙаҡ тормаясаҡ. Ике стакан онға, ярты бәләкәй ҡалаҡ сода, 200 грамм маргарин, ярты стакан шәкәр, 1 йомортҡа ҡушып йомшаҡ ҡына итеп ҡамыр баҫырға. Ул бер йомғаҡ май ҙурлығында килеп сығырға тейеш. Эслек әҙерләгәнсе һыуытҡысҡа ҡуйып торабыҙ. 500 грамлыҡ ҡуйы магазин ҡаймағына 1 йомортҡа, ванилин, ике аш ҡалағы крахмал, ярты стакандай шәкәрҙе һалып туҡырға. Ҡамырҙы йәйеп, табаға һалғас ситтәрен күтәртеп ҡуйырға кәрәк, шунан эслекте ҡойорға һәм өҫтөнә берәй стакандай туңдырылған ҡарағат, көртмәле йәки башҡа емеш-еләк һалырға. Ҡамырҙың ситтәре ҡыҙара башлаһа алырға. Был бәлеште бер бешерһәгеҙ, ҡабат-ҡабат һораясаҡтар. Ауыҙҙа иреп кенә торған тәмлекәс өлкәндәргә лә, бәләкәстәргә лә оҡшаясаҡ. Байрам табындарығыҙ йәмле һәм тәмле булһын!

Читайте нас: