+3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡ әйтһә — хаҡ әйтә

Ҡаҙмашта йәшәүсе Венера Моталова һуңғы йылдарҙа бала сағында ололар ауыҙынан ишетеп, күңелендә йөрөткән, үҙе лә һөйләшеүҙә киң ҡулланған халыҡ ижады гәүһәрҙәрен — мәҡәл-әйтемдәрҙе, иҫенә төшкән береһен, дәфтәргә теркәү менән мәшғүл. Уның ҡуйын дәфтәрендә 800-ләп мәҡәл-әйтем урын тапҡан. — Өләсәйемдең, әсәйемдең һәр әйткәне аҡыл, хазина булды. Үҙем дә мәҡәлдәр ҡулланып һөйләүҙе ғәҙәт иткәнмен. Китапты күп уҡыйым. Ғүмер буйы һыйыр һауҙым. Әүәл ишеткәндәремдән, уҡығандарымдан аҡыллы фекерҙәр иҫкә төшһә, төндә тороп булһа ла, дәфтәремә яҙып ҡуям, — ти ул.Аҡҡа ҡара менән яҙылған юйылмай — Венера Ғилмитдин ҡыҙының ҡуйын дәфтәренән һирәк осраған мәҡәлдәрҙе һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итмәксебеҙ.

Ялҡындың балтаһы үткер.

Ир бала кендек ҡаны тамған ерҙән ситтә төтмәҫ.

Ерек утындың ҡыҙыуы юҡ,

еңгә ҡатындың йылыһы юҡ.

Атаң бирмәгәнде, баҙар бирә.

Теләгәнгә бирмәй, типкеләнгәндән китмәй.

Ҡул яраһы онотола, тел яраһы онотолмай.

Бер күктә ике ай булмай,

бер йөрәктә ике мөхәббәт булмай.

Хәйерсегә яҡты йөҙ күрһәтһәң, ямаулыҡ һорай.

Һөт тотҡан ҡаймаҡ ялар.

Майы барҙың, яйы бар.

Сама белгән сайҡалмаҫ.

Ҡарт бар ерҙә ҡот бар,

ҡарсыҡ бар ерҙә орсоҡ бар.

Дуҫ үҙеңә әйтә, дошман кешегә һөйләй.

Уланлы өйҙә ур ятмаҫ.

Саҙаҡа бәләнән һаҡлар.

Сәсәндең теле, сибәрҙең йөҙө,

оҫтаның ҡулы уртаҡ.

Телдең теҙгене юҡ.

Үҙ ҡулың менән эшләгәнде, үҙ иңең менән күтәр.

Хужаһына ҡарап фекер ит,

аш-һыуына ҡарап шөкөр ит.

Күңелһеҙҙең күҙе күрмәй.

Батыр ырыҫы ерҙә.

Һәр кемдең итәге үҙенә яҡын.

Асыу өҫтә, аҡыл аҫта.

Яман ата-инәһен тиргәтә.

Йылына күрә йылан һурпаһы.

Яңғыҙ ашҡа табын юҡ, күмәк ашҡа талым юҡ.

Бура бурау бер көнлөк, өй өйөү бер йыллыҡ.

Уңған кеше эш ырата, уңмағаны төш юрата.

Инергә ҡолаҡ тапмаған һүҙ елгә оса.

Ғәрләнә белмәгәнгә әрләнеү бер ни тормай.

Кәкүккә генә үҙ исемен ҡысҡырыу килешә.

Артыҡ һаран ҡайғыһын да уртаҡлашмаҫ.

Тел менән ҡаҙылған соҡор тәрән була.

Йоҡо эш күрһәтмәй, төш күрһәтә.

Йүнһеҙ һарыҡ йөнһөҙ булыр.

Артҡа сигенгәндә ҡойроҡ алға сыға.

Ҡырын тейәгән тура баҫа алмай.

Елгә ҡаршы төкөрмә.

Яман менә өйҙәш булһаң, яу менән көн итерһең.

Йыландың күләгәһе булмай.

Иҫәрҙән һорама, үҙе әйтер.

Күсһеҙ ҡорт бал йыймай.

Бил бирмәҫ батыр, кисеү бирмәҫ йылға булмаҫ.

Әрле әрләнеп торғансы, әрһеҙ эшен бөтөргән.

Ит күрмәгәнгә һурпа ла аш.

Атаңдың даны һиңә булмаҫ,

сатандың саңы һиңә ҡунмаҫ.

Баҫымсаҡҡа баҡа ла айғыр.

Бер ҡатындың хәйләһе, ун дөйәгә йөк булыр.

Эттән ҡалғанды арыҫлан еймәҫ.

Һуҡырға шәм тоттороуҙан мәғәнә юҡ.

Донъяның күсәре — түҙемлек.

Тартҡан атты егеүсе табылыр.

Эт ҡарғышы бүрегә йоҡмаҫ.

Иҫереккә юлдаш булма, яманатың сығыр.

Етем ҡорһағы ете ҡат.

Ҡара тояҡ ҡарында ятмаҫ.

Асыҡҡандан ҡаныҡҡан яман.

Ашатмаҫтың ашы бешмәҫ.


Читайте нас: