+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Китап уҡыһаң, стресс кисермәҫһең

Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?

1936 йылда фәнни ҡулланылышҡа ингән «стресс» һүҙе инглиз теленән тәржемә иткәндә «көсөргәнеш» тигәнде аңлата. Был организмдың ниндәйҙер тышҡы экстремаль факторҙарға яуабы. Стресс хәле адреналин сығарыуға булышлыҡ итә, һәм беҙҙең организм дошманға ҡаршы көрәшеү йәки унан ҡасыу өсөн тиҙ генә хәрәкәткә килә. Организм буйлап файҙаланылмаған гормондар хәрәкәт итә һәм нервы системаһына тынысланырға ирек бирмәй. Стрестан ҡасыу мөмкин түгел, ләкин уны еңергә була. Британия ғалимдары, тикшеренеүҙәр уҙғарып, ҡыҙыҡлы асыштар яһаған. Баҡтиһәң, стресс кимәлен музыка тыңлау – 61, бер сынаяҡ сәй йәки ҡәһүә эсеү – 54, саф һауала йөрөү – 42, уйындар 21 процентҡа төшөрә икән. Ә бына ни бары 6 минут шым ғына китап уҡыу стресҡа ҡаршы иң яҡшы дарыу булып тора. Тикшеренеүҙәр авторы Дэвид Льюис, ниндәй китап уҡыу мөһим түгел, иң мөһиме – уға тулыһынса бирелеү, тип һанай. Китап геройҙарының проблемаларына бирелеп, кеше үҙенекен онота икән.
Стресс кисергәндә үҙеңә нисек ярҙам итергә?
Ø Борсолоуығыҙҙың сәбәбен билдәләп ҡарағыҙ.
Ø Көнөгөҙҙө планлаштырығыҙ.
Ø Дөрөҫ туҡланығыҙ, етерлек йоҡлағыҙ, физик күнегеүҙәрҙе даими яһағыҙ.
Стресс кисергән кешенең хис-тойғоһо ҡыҙған мейескә бәрәбәр, шуға ла бер нисә кәңәш:
– проблемаларығыҙ, борсолоуҙарығыҙ хаҡында яҡындарығыҙға һөйләү ярҙам итер;
– физик күнегеүҙәр, саф һауала йөрөү ҡуҙғыусанлығығыҙҙы кәметер;
– тыныс йоҡо – иң яҡшы дуҫ;
– ыңғай тойғолар солғанышында булырға тырышығыҙ;
– иң төп ҡағиҙә – төшөнкөлөккә бирелмәгеҙ һәм мөмкин тиклем йышыраҡ йылмайығыҙ.
Читайте нас: