+14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Селт аҡ булыр селтәрҙәр!

Уңған хужабикәләр яҙ етеү менән ҡыш буйы торған тәҙрә пәрҙәләрен, селтәрҙәрҙе йыуып элергә ғәҙәтләнгән. Генераль йыйыштырыуҙан һуң өй эсе айырыуса балҡып, сафланып китә. Бөгөн тәҙрә селтәрҙәрен йыуыу, ҡояшта бер аҙ һарғайған өлөштәрен ағартыу өсөн кәңәштәр тәҡдим итәбеҙ.

* Йыуыр алдынан селтәрҙәрҙе мотлаҡ тышҡа алып сығып, яҡшы итеп һелккеләп ҡаҡҡылағыҙ.
* Пәрҙәләр ныҡ бысранған икән, алдан 5-6 сәғәткә тоҙло һыуға һалып ҡуйығыҙ. 5 литр һыуға 4 аш ҡалағы тоҙ алына.
* Кер йыуыуҙы машинаға ышанып тапшырһағыҙ, һаҡсыл (деликатный) режимға ҡуйығыҙ. Порошок сифатлы булһын, “БОС” кеүек ағартҡыс өҫтәү һөҙөмтәне тағы ла яҡшыртыр.
* Йыуылған тюлгә тағы ла нығыраҡ аҡлыҡ бирергә теләһәгеҙ, “зеленка” йәки “синька” ярҙамға килер. Бының өсөн селтәрегеҙҙе һалҡынса тоҙло һыуға 2 тамсы “зеленка” ҡушып яңынан сайығыҙ. “Синька”ны ла (ул хужалыҡ тауарҙары кибеттәрендә һатыла) һыуға самалап ҡына өҫтәгеҙ, һыу үтә күренмәле зәңгәр булһа, етә.
* “Синька” йәки “зеленка” ҡулланыуҙан шикләнһәгеҙ, аш һеркәһе ҡушылған һыуҙа сайҡатығыҙ. 35-40 градус йылылыҡтағы һыуға 1 литрға – 1 аш ҡалағы иҫәбенән аш һеркәһе һалығыҙ. Был ысулдарҙы ҡулланыуҙан селтәрҙәрегеҙ ҡояшта йымылдап, аҡлығы, матурлығы менән оҙаҡ һоҡландырыр.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Ap-a-bulir-selt-r-r-723335/
Читайте нас: