-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Әгәр ҡан ҡуйырһа...

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, варикоз, геморрой... Был сирҙәрҙең ниндәй уртаҡлығы бар? Уртаҡ сәбәптәрҙең береһе – ҡандың ҡуйылығы.

Инфаркт, инсульт, тромбофлебит, варикоз, геморрой... Был сирҙәрҙең ниндәй уртаҡлығы бар? Уртаҡ сәбәптәрҙең береһе – ҡандың ҡуйылығы. Ҡан тамырҙар буйлап иркен рәүештә йөрөй алмай, шунлыҡтан туҡланыу матдәләре һәм кислород органдарға барып етмәй. Эске органдар кислородҡа ҡытлыҡ кисерә.
Ҡиммәтле дарыуҙарһыҙ ҙа ҡуйы ҡанды шыйығайтып була, ти белгестәр, бары рационды аҙ ғына үҙгәртергә кәрәк. Тромбтар барлыҡҡа килмәһен өсөн түбәндәге иҫкәртеү сараларын иҫтә тотоғоҙ.
Күберәк һыу эсегеҙ. Кешеләрҙең 90 проценты һыуҙы аҙ эсә, тип иҫәпләй табиптар. Өлкән кеше көн һайын 1,5 – 2,5 литр һыу эсергә тейеш. Тәбиғи һыу тромбтар барлыҡҡа килеүенә ҡаршы яҡшы сара. Ҡанды шыйығайтыу өсөн ошо аҙыҡтар файҙалы: зәйтүн һәм етен майҙары, лимон, һарымһаҡ һәм һуған, көнбағыш, сөгөлдөр, балыҡ майы, томат, һоло бутҡаһы, еләк-емеш, имбир. Көндәлек рационда уларҙың ике-өс төрө булһын.
Ниндәй аҙыҡтар ҡанды ҡуйыртыуға булыша? Аҡ икмәк, гөлйемеш, ҡара миләш, банан һәм манго, күп кенә шифалы үләндәр ( уларҙы курс менән эсергә кәрәк) ҡан ҡуйылығын арттыра. Тәмәке тартыу, алкоголь, тоҙҙо самаһыҙ ҡулланыу һәм ҡайһы бер препараттар ҡандың үҙлелеген арттыра. Күберәк хәрәкәтләнегеҙ, йәйәү йөрөгөҙ, саф һауа һеҙҙең сәләмәтлек файҙаһына!
Фото:Postila.ru
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/an-uyir-a-723586/
Читайте нас: