Һеҙҙең иғтибарға кесерткәндән ҡуйы ғына аш рецебын тәҡдим итәбеҙ.
Уны әҙерләү өсөн 500 грамм кесерткән, 1 литр тауыҡ һурпаһы, 3-4 баш картуф, 1 кишер, 1 баш һуған, 30 грамм аҡ май, тоҙ, ҡаймаҡ кәрәк.
Кәстрүлдең төбөндә аҡ майҙы иретеп алғас, ваҡ туралған кишер менән һуған өҫтәп, ҡыҙҙырабыҙ, шунан картуф һалып, һурпа ҡоябыҙ ҙа, 10 минут ҡайнатабыҙ. Йыуып, һыуы һарҡытылған кесерткәнде турап һалғас, тағы бер нисә минут бешерәбеҙ. Артабан блендер менән төйөрҙәре бөткәнсе иҙәбеҙ. Табынға биргәндә ҡаймаҡ, йәшел һуған менән биҙәйбеҙ.