-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Мәшәҡәтле осор етте

Хужабикәләр өсөн мәшәҡәтле осор — ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле етте. Гәзит уҡыусыларыбыҙға еңел һәм ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ.

Хужабикәләр өсөн мәшәҡәтле осор — ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа салаттар әҙерләү мәле етте. Гәзит уҡыусыларыбыҙға еңел һәм ябай ғына рецептар тәҡдим итәбеҙ.

«Классика» икраһы
3 кг ҡабаҡ. 2 кг помидор, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 2 аш ҡалағы тоҙ, 2 аш ҡалағы шәкәр, 2 аш ҡалағы аш һеркәһе, 0,5 стакан көнбағыш майы кәрәк.
Йыуып, таҙартылған йәшелсәләрҙе ит үткәргестән сығарып, тәмләткестәр һалып, 1,2-2 сәғәт бешерәбеҙ. Стерил-ләнгән банкаларға тултырып, ябабыҙ.

Ҡышҡылыҡҡа салат
2 кг помидорҙы, 5-6 татлы боросто итүткәргес аша сығарабыҙ. 
3 кг ташҡабаҡты шаҡмаҡлап турайбыҙ. Бөтәһен бергә бутап, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1,5 стакан шәкәр ҡомо, 0,5 стакан үҫемлек майы, 5-6 бөртөк ҡара борос, ҡәнәфер ҡушып ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ҡайнап сыҡҡас, 30 минут бешерәбеҙ. Стерилләнгән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Өй шарттарында кетчуп
1,5 кг помидор, 0,5 кг алма, аш һеркәһе, тоҙ, әсе борос.
Помидор менән алманы яҡшылап йыуып, итүткәргестән сығарабыҙ. 1 сәғәт ҡайнатып, әлеге массаны иләктән үткәрәбеҙ. Шуға 100 гр шәкәр ҡомо, 3 сәй ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы төйөлгән әсе ҡыҙыл борос һалып, яҡшы итеп болғатып, тағы 10-15 минут ҡайнатабыҙ һәм 60-100 мл 9 процентлы аш һеркәһе өҫтәп, ҡайнап сығыу менән банкаларға тултырып, тимер ҡапҡас менән ябабыҙ.

Татлы помидорҙар
Был рецепт аш һеркәһе ярамағандар өсөн ҡулайлы булыр, моғайын.
Стерилләнгән 3 литрлы банкаларҙың төбөнә һарымһаҡ, 5-6 бөртөк ҡара борос, ҡәнәфер һалабыҙ һәм помидор менән тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, һыуынғанын көтәбеҙ. Һыуҙы түгәбеҙ. Банкаға 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо, 2 аш ҡалағы тоҙ, 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы һалабыҙ һәм өҫтөнә тағы ҡайнар һыу ҡоябыҙ. Тимер ҡапҡас менән ябып, банкаларҙы баш түбән ҡуябыҙ.

Ҡыяр тоҙлау
3 литрлы банкаларҙы ҡыяр менән тултырабыҙ. Өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойоп, ҡапҡас менән ябып, 15-20 минут тирәһе тотабыҙ. 
Ошо уҡ һыуҙы кире кәстрүлгә бушатып, тоҙлоҡ (рассол) эшләйбеҙ. 3 литрлы банкаға 1,5 литр һыу китә. 4 сәй ҡалағы тоҙ, 8 сәй ҡалағы шәкәр ҡомо һалып, 5 минут ҡайнатабыҙ. Банкаларға ҡойоп, 1 сәй ҡалағы лимон кислотаһы өҫтәйбеҙ һәм тимер ҡапҡастар менән ябабыҙ.

«Тәмле» салаты
3 кг помидор, 1-әр кг һуған, кишер, татлы борос алына.
Кәстрүлгә 1 стакан үҫемлек майы ҡойоп һуғанды, унан һуң кишерҙе һалып, ҡыҙҙырырға кәрәк. Артабан помидорҙы, боросты турап һалып, 3 аш ҡалағы тоҙ, 5 аш ҡалағы шәкәр ҡомо өҫтәп, 35-40 минут ҡайнатыу талап ителә. Унан һуң, ярты стакан аш һеркәһе ҡушып, стерилләнгән банкаларға һалырға, тимер ҡапҡас менән ябырға.

Автор:
Читайте нас: