+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы кәңәштәр һандығы
21 Сентябрь 2021, 11:05

Йәшелсәләрҙән турамалар

Кишер-кәбеҫтәләр йыйып алындымы? Ҡышҡылыҡҡа турамалар эшләүгә иң уңайлы осор башланды

Көҙгө салат
3 кг кәбеҫтә, 2-шәр кило һуған, помидор һәм ҡыяр, 1,5-шәр кг татлы борос менән кишер, 200 г һарымһаҡ; һәр банкаға икешәр аш ҡалағы үҫемлек майы, берәр аш ҡалағы аш һеркәһе, берәр лавр япрағы, тоҙ, борос алына.
Йәшелсәләрҙе ваҡлап турап, яҡшылап болғатырға ла тығыҙ итеп 1 литрлы банкаларға тултырырға, һәр банкаға тоҙ, үҫемлек майы, тәмләткестәр, аш һеркәһе һалырға. Банкаларҙы ярты сәғәт стерилләргә кәрәк.

Корейса кишер менән
ҡыяр салаты
2 кг ҡыярҙы ҡулсалап турайбыҙ, 0,5 кг кишерҙе ҡырғыс аша үткәрәбеҙ, шуға 2 аш ҡалағы тоҙ, яртышар стакан үҫемлек майы, аш һеркәһе, шәкәр ҡомо, 1 сәй ҡалағы иҙелгән һарымһаҡ, 1 ҡап корейса кишер өсөн тәмләткес өҫтәп, ике сәғәткә ҡалдырып торорға. Һуңынан банкаларға тултырып, 10 минут стерилләргә. Өҫтөн тимер ҡапҡас менән ябырға.

Ҡыҙыл салат
Берәр кило татлы ҡыҙыл борос, кишер һәм һуған, ике кило помидор, 1,5 стакан үҫемлек майы, 300 г шәкәр, 100 г 9 процентлы аш һеркәһе, 2 аш ҡалағы тоҙ алына.
Боросто һаламлап, һуғанды түңәрәкләп, помидорҙы дүрт өлөшкә бүлеп турарға, кишерҙе ҡырғыстан үткәрергә кәрәк. Ҡатнашмаға май, шәкәр, аш һеркәһе, тоҙ ҡушып, 20 минут ҡайнатып, стерилләнгән банкаларға тултырырға ғына ҡала.

Ҡабаҡтан аджика
Аджика өсөн 3 кг ташҡабаҡ, 500 г кишер, 500 г болғар боросо, 1,5 кг помидор, 5 баш һарымһаҡ, 2,5 ҡалаҡ ваҡланған ҡыҙыл борос, 100 г шәкәр, 2 ҡалаҡ тоҙ, 200 мл шыйыҡ май кәрәк.
Барлыҡ ингредиенттарҙы ит үткәргестән сығарырғаһәм болғап, 45 минут бешергәндән һуң, стерилләнгән банкаларға тултырып ябып ҡуйырға.

Аджика
1 кг кишер, 1 кг татлы борос, 1 кг алма (антоновка), 4 кг помидор, ярты стакан тоҙ, 2 стакан та­ҙартылған һарымһаҡ тештәре, 1,5 стакан үҫемлек майы, 2-3 дана әсе борос. Барыһын бергә ит турағыс аша үткәрергә һәм 30-40 минут бешерергә, шунан стерилләнгән банкаларға һалып, тимер ҡапҡас менән ябып ҡуйырға кәрәк. Һарымһаҡ менән әсе боросто, тәменә ҡарап, күберәк йә аҙыраҡ алырға була.

Йәшелсәләрҙән турамалар
Йәшелсәләрҙән турамалар
Автор:Рамиля Истанбаева
Читайте нас: