-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Саф һауала күберәк йөрөгөҙ

Коронавирус инфекцияһынан һаҡланыу өсөн халыҡ медицинаһы ла ярҙамға килә, ти табиптар.

Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы хәбәр итеүенсә, ковид 2024 йылға хәтлем халыҡты йонсотасаҡ әле. Сирҙе йоҡтормау өсөн профилактика менән шөғөлләнеү яҡшы. Шуға саф һауала күберәк йөрөү яҡшы. Көн һайын саф һауа һулап, йәйәү йөрөргә ваҡыт табырға тырышығыҙ. Ә иң һәйбәте - ҡарағай урманы һауаһын һулау. Табиптар тағы лимон һәм имбирь һалынған сәй эсеү файҙалы, ти. Әлморон иһә С витаминына бай. Рационығыҙға Д витаминын индереү ҡамасауламаҫ.

Шулай итеп, С һәм Е витаминдары менән организмды байытығыҙ, ҡояшлы көндә ярты сғәткә хәтлем тышта йөрөгөҙ, көнөн бер йомортҡа, балыҡ ашарға кәрәк. 7 - 8 сәғәтлек йоҡо режимын күҙәтегеҙ, һыу, әрем эсегеҙ. Шулай уҡ әсе ризыҡтар ашау файҙалы. Ундайҙарға лимон, авокадо, һарымһаҡ, манго, мандарин, әфлисун, ананас инә. Лимон һалынған йылы һыу эсеү ҙә ғәмәлгә яраҡлы. Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ.

Саф һауала күберәк йөрөгөҙ
Саф һауала күберәк йөрөгөҙ
Автор:Резеда Хасанова
Читайте нас: