Һеҙҙең иғтибарға украин һәм рус халыҡтарының милли ризығы — вареники рецептын тәҡдим итәбеҙ.
Ҡамыр өсөн 4 стакан он, 3 аш ҡалағы көнбағыш майы, 1 йомортҡа, самалап һыу, ярты сәй ҡалағы тоҙ кәрәк.
Бөтә ингредиенттарҙы бергә бутап, йомшағыраҡ ҡамыр баҫабыҙ. Картуфты йыуып, әрсеп, тоҙ һалып бешереп алабыҙ һәм унан иҙмә яһайбыҙ. Бер баш һуғанды турап, табаға әҙ генә май һалып еңелсә ҡыҙҙырабыҙ һәм картуф иҙмәһенә өҫтәйбеҙ.
Ҡамырҙы йәйеп, билмәнгә әҙерләгән кеүек түңәрәктәр ҡырҡабыҙ һәм эсенә ҡалаҡлап, әҙер картуфты һалабыҙ.
Варениктарҙы ҡайнап торған тоҙло һыуға һалып, 6 – 7 минут тирәһе бешерәбеҙ.
Әҙер варениктарҙы ҡаймаҡ ҡушып табынға ултыртабыҙ. Өҫтөнә йәшел һуған һибергә лә була.