-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ

Тарталеткаларға тәмле  һәм туҡлыҡлы эслек тултырһаң, уларҙан ҡунаҡ табынына бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға.

Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ
Тарталеткаларҙан ҡабымлыҡ

Тарталеткаларға тәмле  һәм туҡлыҡлы эслек тултырһаң, уларҙан ҡунаҡ табынына бына тигән ҡабымлыҡ килеп сыға.

Эслектәрҙе түбәндәгесә әҙерләргә мөмкин.

  1. Тауыҡ итен бешереп, турап, уның өҫтөнә сыр, ваҡланған сәтләүек, укроп, майонез һалып, бутайбыҙ. Өҫтөн зәйтүн емеше менән биҙәйбеҙ.
  2. Сей кишер, сыр, 2-3 бүлкәт һарымаҡ. Барыһын да ҡырғыстан үткәреп, майонез менән бутайбыҙ.
  3. Краб таяҡсалары, консерваланған кукуруз, йомортҡа, майонез. Биҙәү өсөн икра, мәк һибергә мөмкин.
  4. Һуған менән ҡыҙҙырылған бәшмәк, йомортҡа, сыр.
  5. Ҡыяр, йомортҡа, бешкән балыҡ.
  6. Йомортҡа, һуған, консервалағы ыҫланған балыҡ (шпроты), сыр, майонез.
  7. Ыҫланған тауыҡ ите йәки ветчина, сыр, әстерхан стләүеге, ҡара емеш.

Фото:liveinternet.ru

https://ye102.ru/articles/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2021-12-06/tartaletkalar-an-abymly-2608410

Автор:
Читайте нас: