Ярмалар
Иң оҙаҡ һаҡланыусы аҙыҡ-түлек. Бутҡа, былау бешерһәң дә, гарнир эшләһәң дә, ашҡа һалһаң да китеп ултыра улар. Уларҙы, дымланмаһын өсөн быяла банкаларҙа һаҡлау яҡшыраҡ.
Дөгө, ҡарабойҙай, тары, арпа, һоло — килограмлап алып ҡуйыу ҡамасауламаҫ.
Он
Быныһы инде үҙен хөрмәт иткән һәр хужабикәлә бар. Ашҡа һалма йәйәһеңме, тиҙ генә икмәк, йыуаса бешерәһеңме, духовкаға бәлеш ҡуяһыңмы, онһоҙ булмай.
Тоҙ
Ҡайһы берҙә иң кәрәк ваҡытта тоҙ бөткәнлеге иҫкә төшә))) Шулай булмаһын өсөн бер нисә ҡап алып ҡайтып ҡуйығыҙ.
Макарон
Уларҙың инде ниндәйе генә юҡ, күңелегеҙгә оҡшағанын һайлап алырға була. Кәштәлә макарон бар икән, гарнирһыҙ ҡалмаясаҡһығыҙ, тигән һүҙ.
Сәтләүек һәм көнбағыш
Өҫтәлдә ниндәй ҙә булһа сәтләүектәр ултырһа, асығышып ҡайтҡан балаларҙы әүрәтеп тороуы рәхәт. Сәтләүектәрҙе бутҡаға, салаттарға ҡушыуы ла йәтеш.
Тәмләткестәр
Улар осһоҙ ҙа, күп төрлө лә. Уның ҡарауы бешергән аш-һыуға үҙесәлекле тәм биреп, аппетитты арттыра.
Киптерелгән еләк-емеш
Файҙаһы ла күп, тәмле лә, иҫкермәй ҙә.
Ит һәм балыҡ консервалары
Кешелек уйлап сығарған иң уңайлы ризыҡтарҙың береһе. Һыуытҡыста консервалар булһа, уларҙан аш та, салат та эшләргә мөмкин, гарнир янына ҡушып бирергә лә була.
Көнбағыш майы
Быныһын инде аңлатып тороу ҙа кәрәкмәй. “Рафинированное, дезодорированное” тигәнен алһағыҙ (уның зыяны тураһында һүҙ күп йөрөй, әммә хаҡтар тешләшкәндә ни хәл итәһең), ул тиҫтә йылдар буйы ла иҫкермәйәсәк.