Балыҡты яҡшы итеп таҙартып йыуғас, арҡаһын ярып, умыртҡа һөйәген айырып алабыҙ. Бер нисә киҫәккә турайбыҙ.
Картуф (алты-ете) әрсеп, тигеҙ өлөштәргә бүләбеҙ. Табаны майлап, өҫтөнә фольга йәйәбеҙ. Унда иң тәүҙә картуф теҙәбеҙ, өҫтөнә балыҡ киҫәктәрен һалабыҙ, артабан – ике баш һуған, шунан помидор турап өҫтәйбеҙ. Тәмләткестәр һибеп, фольга менән ябабыҙ.
Ярты сәғәттән һуң мейестән сығарабыҙ ҙа, өҫтөндәге фольганы алып, тағы утыҙ минутҡа бешерергә ҡуябыҙ. Тәмле, һутлы ризыҡ әҙер. Уны мейестән алғас, йәшел үләндәр менән биҙәргә мөмкин.
Иҫкәрмә. Лимон һуты ҡушырға ярамай, сөнки балыҡтың тәмен аласаҡ.