Һәр хужабикә яңы йыл өҫтәленең үҙенсәлекле, тәмле, һый-ниғмәттең төрлө булыуын теләй, шулай булмай, байрам табыны артына иң ҡәҙерле һәм яҡын кешеләр йыйыласаҡ бит. Киләһе йыл хужаһының аппетиты һәр саҡ шәп, шуға өҫтәлдә итле ризыҡ та, балыҡ та, салат-бутербродтар ҙа булһын. Емештәрҙән мотлаҡ мандарин, хөрмә, ананас ҡуйырға кәрәк. Торт, тәм-том да артыҡ түгел. Өҫтәл ни тиклем бай һәм матур — йыл да шулай киләсәк тигән ырым да бар бит.
«Юлбарыҫ» салаты
Йыл хужаһы салаты өсөн 200 грамм тауыҡ ите, 4 картуф, 4 йомортҡа, 1 ҡыяр (тоҙлоһон да мөмкин), 1 баш һуған, төшһөҙ ҡара емеш, майонез кәрәк буласаҡ.
Был ҡатлы салатты эшләүҙең бер ауырлығы ла юҡ, иң мөһиме өҫтөн матур биҙәргә онотмағыҙ. Бешкән картуф һыуығас, әрсеп, эре ҡырғыстан үткәрәбеҙ ҙә юлбарыҫтың башы рәүешендә тәрилкәгә һалабыҙ. Һәр бер ҡатына майонез һылағыҙ. Унан һуң бешкән тауыҡ итен турап, икенсе ҡат итеп ҡаплайбыҙ. Өсөнсө ҡатына һуған һалына. Артабан туралған ҡыяр, йомортҡаға ла сират етә. Иң өҫтөн ҡырғыстан үткәрелгән кишер менән ябабыҙ.
Хәҙер бөтә ижади фантазияғыҙҙы биреп, «юлбарыҫ»тың йөҙөн йомортҡа-ның ағы, ҡара емеш менән биҙәп сығабыҙ. Уны һәр кем үҙенә оҡшағанса эшләй ала.
Тултырылған ҡаҙ
Уртаса ҙурлыҡтағы ҡаҙ, 2.5 литр алма һуты, тәмләткестәр, 200-300 грамм ҡара емеш (чернослив), 5-7 йәшел әсе алма.
Йыуылған ҡаҙ түшкәһен, ике аш ҡалағы тоҙға, ярты сәй ҡалағы борос, корица, һәм онталған лавр менән бергә болғап, ҡаҙҙың эсен-тышын ышҡырға. Әллә ни ҙур булмаған һауытҡа һалып, ҡаҙҙың өҫтөнә алма һутын өҫтөнә сыҡҡансы ҡойорға. Әгәр алма һуты етмәһә, һыу өҫтәргә була. Әҙерәк әскелтерәк булһын өсөн лимон һуты һығырға лә мөмкин. Төнгөгә, йәки ун сәғәт тирәһенә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Икенсе көнгә һутынан һарҡытып, әҙерәк түшкәнең эсен самалап тоҙлап алғас, ҡара емеш һәм туралған алма тултырыла. Ҡаҙ эсен тулғас, ныҡ еп менән тегелә. Түше эргәһен дә һәм муйын осон да тегергә кәрәк. Ебе өҙөлөп ҡаҙ эсендәге алма-емештәр таралмаһын өсөн аяҡтары ла тарттырып бәйләргә.
200 градусҡа тиклем эҫетелгән духовкаға яҡынса 1 сәғәткә ҡуйырға. Бер сәғәттән һуң алып, иретелгән бер ҡалаҡ бал һәм һөт ҡуйыһы менән ҡаҙҙы бөтә яғынан һылап сығырға. Шунан яңынан духовкаға ярты сәғәткә ултыртырға. Бешкәнен бысаҡ менән сәнскеләп ҡарарға була. Алма, лимон киҫәктәре менән биҙәп табынға ултыртыла.
Мандариндан бәлеш
Ҡамыр өсөн: 250 г он, 250 г аҡ май, 4 йомортҡа, 200 г шәкәр, 1,5 балғалаҡ ҡамыр йомшартҡыс, 1 балғалаҡ ванилле шәкәр. Глазурь өсөн: 150 гр шәкәр пудраһы, 3 аш ҡалағы мандарин һуты. Эслек өсөн: 7-8 мандарин кәрәк.
Йомортҡаларҙы, шәкәр һәм ваниль ҡушып, күперткәнсе туғыйбыҙ (блендер менән 12-15 минут). Аҡ майҙы талғын утта иретәбеҙ (ныҡ эҫе булмаһын, нәҙек кенә ағым менән туғылған йомортҡа өҫтөнә ҡоябыҙ. Иләнгән ондо ҡамыр йомшартҡыс менән бутап, ҡатнашмаға ҡушабыҙ. Ҡамыр әҙер.
Мандаринды өлөштәргә бүлеп, аҡ төҫтәге тышынан таҙартабыҙ.
Табаны майлап, ҡамырҙы ҡоябыҙ. Өҫтөнә мандаринды теҙеп һалып сығабыҙ. 190 градусҡа тиклем ҡыҙҙырылған духовкала 40-50 минут тирәһе бешереп алабыҙ. Был ваҡыт эсендә мандарин һутын шәкәр пудраһы менән ҡушып болғатып, эҫе бәлеш өҫтөнә ҡоябыҙ. Хуш еҫле бәлештең һыуынғанын ғына көтөргә ҡала.
Табынығыҙ йәмле, аштарығыҙ тәмле булһын!