Тамаҡ төбө ҡысыта йә булмаһа аҙыҡты йотоу ҡыйынлаша башлаһа, шешһә, түбәндәге ысулды ҡулланып ҡарағыҙ – файҙаһы теймәй ҡалмаҫ.
Бер стакан (быяла!) ваҡ ҡырғыстан үткәрелгән ҡыҙыл сей сөгөлдөргә бер ҡалаҡ 9 процентлы һеркә өҫтәйбеҙ. Ҡушылманың өҫтөн ҡаплап, дүрт сәғәткә ҡараңғы урынға ҡуйып торабыҙ. Тәғәйен ваҡыт үткәс, бер нисә ҡат марля аша һөҙөп, төпрәһен ташлайбыҙ, ә һуты менән 2,5 сәғәт һайын тамаҡты сайҡатып торабыҙ. Сөгөлдөр хроник һәм фолликуляр ангинаны уңышлы дауалай.
Теңкәгә тейгән йүткереүҙән нисек ҡотолорға була? Бәләкәйерәк кәстрүлгә бер стакан һыу ҡойоп ҡайнатырға ла, ваҡлап туралған алты теш һарымһаҡ һалып, ҡапҡасты ябып, талғын утта тағы бер аҙ – 5 минуттай – тоторға. Шунан кәстрүлде плитәнән ситкә алып, һыуына бер балғалаҡ аш содаһы өҫтәргә. Тиҙ генә баш аша ҡалын таҫтамал йә бүтән әйбер менән ҡапланып, шуның эҫе быуын һуларға: ике-өс тапҡыр танау менән тәрән тын алабыҙ һәм уны ауыҙҙан сығарабыҙ. Боҫтоң бөркөлөүе бөткәнсе шулай тын алып торабыҙ. Аҙағынан битте һөртөп, уранып ятып торорға кәрәк.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2022-02-04/tama-shesh-y-y-tkert-2680574