-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Миҙгелгә әҙерһегеҙме?

Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ярлыланыуына килтерә.

Йыл һайын яҙғыһын ҙур амбар дәфтәренә баҡсамдың схемаһын һыҙып, ҡайҙа нимә ултыртҡанымды яҙып барам. Сәсеү әйләнешен теүәл күҙәткәндә, көҙгө уңыш та мулыраҡ буласаҡ, үҫемлектәр ҙә ауырыуҙарға бирешмәйәсәк, ерҙең уңдырышлығын да күтәрергә була. Бер урында йылдар дауамында бер үк культураны ултыртыу ерҙә ауырыуҙарҙың тупланыуына, ярлыланыуына килтерә. Ә культураларҙы алмаштырып, алдан күҙаллаған хәлдә йыл да һау еләк-емеш, йәшелсәнең мул уңышын алырға була. Бынан тыш, сәсеү алмашыныуын алдан күҙаллау күпме орлоҡ һатып алырға, күпме үҫенте ултыртырға кәрәклеген алдан фаразларға мөмкинлек бирә. Шулай итеп:
Картуфтан һуң кәбеҫтәнең һәр төрө лә һәйбәт үҫә. Тимәк, иртә һәм һуң өлгөрә торған кәбеҫтә, кольраби һәм төҫлө кәбеҫтәнең барлыҡ төрҙәрен дә ултыртырға була.
Кәбеҫтәнән һуң томаттар һәм ҡыяр мул уңышы менән һөйөндөрөр.
Помидорҙан һуң түтәлгә ҡыяр, ҡабаҡ, таш ҡабаҡ ултыртырға кәрәк.
Быға тиклем ҡыяр үҫкән түтәлдә баклажан, борос һәм помидор ултыртығыҙ.
Башлы һуған фасоль, борсаҡ, торманан һуң һәйбәт үҫә.
Ә бына башлы һуған артынан кишер ултыртҡанда, уның мул уңышына, ауырыуҙарға бирешмәүенә өмөт итергә була.
Ҡыҙыл сөгөлдөр борос үҫкән ерҙе үҙ итәсәк.
Бына редисты һарымһаҡ, кишер, сөгөлдөр рәттәре араһына ултыртыу ике йәшелсә өсөн дә файҙалы булмаҡсы.
Еләк түтәлдәре тирәләй йәшел һуған, борсаҡ ултыртырға кәңәш ителә.
Иң мөһиме үҫемлектәрҙе 3 – 4 йыл дауамында кире үҫкән урынына ҡайтармауҙы күҙ уңында тоторға кәрәк.
Бындай дәфтәр күҙәтеү алып барыу өсөн дә файҙалы. Ҡасан нимә сәселгән, ниндәй ашламалар индерелгән, күпме уңыш алынған. Быларҙың барыһы ла баҡсасы өсөн бик мөһим!
Орлоҡтарға, ашламаға сарыф ителгән сығымдарҙы ла иҫәпләп барһағыҙ, һуңынан баҡсаның нисә һумға төшөүен иҫәпләүе ҡыҙығыраҡ буласаҡ!
 
Үҫентеләр оҙонаймаһын өсөн нимә эшләргә?
Иртәрәк уңыш алырға теләгән баҡсасылар үҫенте ултыртып өлгөрҙө. Әммә ҡояш нурҙары әле һараныраҡ йылыта. Өҫтәлмә фитолампа ҡуйылмаһа, үҫентеләр оҙоная, сибеккә әйләнә, бер-береһенә сырмалып үҫә башлай. Был осраҡта мул уңышҡа өмөт итеп булмай.
Үҫемлектәр көн яҡтыһы етмәүҙән, температураның ҡырҡа үҙгәреүенән, ашламаларҙы дөрөҫ ҡулланмауҙан, үҫентеләрҙе пленка, йә япма аҫтында оҙаҡ тотоуҙан, орлоҡтарҙы ҡуйы итеп сәсеүҙән, һыуҙы күп ҡойоуҙан оҙонайып үҫеп китеүсән.
Әгәр үҫентеләрегеҙ оҙонайһа, тиҙ арала махсус фитолампа ҡуйығыҙ һәм өҫтәмә яҡтылыҡ 12 – 18 сәғәт дауамында яҡтыртырға тейеш. Шытымдар бер-береһенә ҡамасауламаһын өсөн орлоҡтарҙы ҡуйы итеп сәсмәгеҙ. Әгәр улар күп булһа, ҡамасаулағандарын күсереп ултыртығыҙ. Борос, баклажан, пеларгония, мәҫәлән, бер урындан икенсеһенә күсерегәнде яратмай. Өйҙә һауа температураһы 24 – 25 градустан артһа, үҫентеләр тиҙ үҫә башлаясаҡ һәм яҡтыға тартыласаҡ. Һыуҙы ла күп ҡойорға ярамай. Тупраҡ дымлы булырға тейеш.
Әгәр шытымдар тигеҙ күтәрелмәһә, сибек булһа, япраҡтары бөрөшһә, гуматтар менән туҡландырырға була.
Оҙонайған үҫентеләрҙе ҙурыраҡ һауыттарға, күсереп ултыртып ҡына ҡотҡарып була.
 
Водород әсетмәһе
Гөлдәрҙе һәм үҫентеләрҙе ашлау, орлоҡтарҙы сәсер алдынан эшкәртеү өсөн водород әсетмәһен ҡулланыу иң ҡулай ысул. Һәйбәт антисептик булараҡ, ул төрлө микроорганизмдар һәм инфекциялар менән көрәшә, ерҙе зарарһыҙландыра. Тағы ла бер һәйбәт яғы – ерҙе кислород менән һуғара. Был айырыуса үҫентеләрҙең тамырына файҙалы. Орлоҡтарҙы сәсеүгә әҙерләү өсөн, уларҙы 40 минутҡа водород эретмәһенә батырып ҡуйырға кәрәк. Ваҡыты үткәс, орлоҡто һыулы сепрәк йә марляға һалып бер тәүлек самаһы тотабыҙ. Һуңынан уларҙы сәсергә кәрәк. Был алымды ҡулланғанда, орлоҡтарҙың барыһы ла шытып сыға һәм үҫентеләр ҙә 3 – 4 көнгә иртәрәк сығасаҡ.
Водород әсетмәһен ашлама итеп ҡулланғанда, бер литр һыуға ике аш ҡалағы 3 процентлы шыйыҡсаны алып, һәйбәт итеп болғатабыҙ ҙа, әҙ-әҙләп һибәбеҙ. Бындай туҡландырыуҙы аҙнаһына бер тапҡыр эшләргә була. Был ысул үҫентеләрҙе күп кенә ауырыуҙарҙан һаҡларға ярҙам итер.
Шулай уҡ бер литр һыуға бер аш ҡалағы шыйыҡсаны һалып, үҫенте һәм гөлдәргә пульверизатор ярҙамында һиптереп сығырға була. Бындай ашламаны помидор, борос, баклажан да ярата.
Лилиә НУРЕТДИНОВА.
Рәсәй ауыл хужалығы үҙәгенең Башҡортостан буйынса филиалы белгесе.

Автор:
Читайте нас: