-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Баҡсала ҡырмыҫҡалар булһа - нимә эшләргә? Улар үҫемлектәргә зарар килтерә, етмәһә, махсус рәүештә кебләне үрсетеүе билдәле.

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?
Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Баҡсала ҡырмыҫҡалар булһа - нимә эшләргә? Улар үҫемлектәргә зарар килтерә, етмәһә, махсус рәүештә кебләне үрсетеүе билдәле. Һөҙөмтәлә емеш ағастары бирешә, ҡортлай. Уларҙан нисек ҡотолорға һуң? Ҡырмыҫҡалар насар еҫте яратмай. Шуға күрә кәрәсингә манылған сепрәкте улар эйәләшкән ергә һалып ҡуйһағыҙ, ҡасыу яғын ҡарарҙар.

Бор кислотаһы ла – ҡырмыҫҡаға ҡарата борондан ҡулланылған сара. Бер нисә киҫәк шәкәргә бор кислотаһын һеңдереп, ҡырмыҫҡалар йөрөгән ергә ҡуйырға кәрәк. Ҡырмыҫҡалар был ағыуҙан оҙаҡламай юҡҡа сығыр. Шулай уҡ бор кислотаһын айырыуса ныҡ шәкәрле булған ҡайнатма менән болғатып, был бөжәктәр йөрөгән ергә һалып сығыу ҙа уларҙы юҡ итер.

Банан ҡабығы ла (иҫкереп, ҡара нөктәләре барлыҡҡа килгән) ҡырмыҫҡаларҙы юҡ итеү көсөнә эйә. Ярты литр йылы һыуға бер пакетик бор кислотаһын болғатығыҙ. Ошо шыйыҡсаға банан ҡабыҡтарын һалығыҙ. 3-4 сәғәт тотҡандан һуң, ҡабыҡтарҙы теплица эсенә, ағас төптәренә, ҡырмыҫҡа иләүенә, уларҙың юлына һалып сығығыҙ. Ҡырмыҫҡалар юҡҡа сығасаҡ, ә серегән ҡабыҡ бик яҡшы ашламаға әүереләсәк.

Автор:
Читайте нас: