-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Күпереп торған күбекле ҡоймаҡ

Бының өсөн ни бары он, май, йомортҡа һарыһы, манный ярмаһы ғына кәрәк була. Ҡоймаҡ үҙе иһә бер яҡтан ғына бешерелә, икенсе яғын әйләндерергә кәрәкмәй.  

Был ҡоймаҡ өсөн 650 мл һыу, 300 гр он, 100 гр манный ярмаһы, 2 йомортҡа һарыһы, 1 балғалаҡ шәкәр, 1 балғалаҡ үҫемлек майы, ярты балғалаҡ әсетке, ярты балғалаҡ разрыхлитель, 1 семтем тоҙ алына. 

Тәрән һауытта бар ҡоро ингридиенттарҙы ҡушып болғатабыҙ. Май, йомортҡа һарыһын, әҙ-әҙләп йылы һыу ҡушабыҙ һәм яҡшылап болғатабыҙ. 2 минут дауамында миксер менән туҡыйбыҙ. Ярты сәғәт ултыртып торабыҙ. Ҡамырҙың әсеп, күтәрелгәнен көтәбеҙ. 

Һүрән генә утта бешерә башлайбыҙ. Өҫ яғы кипкәс, ҡоймаҡ әҙер була. 

Автор:
Читайте нас: