Ниндәй сәтләүектәр башты эшләтә? Сәтләүектәрҙе күпселек әсәйҙәр балаларына ашатырға ҡурҡа, сөнки улар ныҡ аллергия тыуҙырған һигеҙ ризыҡ исемлегенә ингән. Тап шул сәбәпле, уларҙы балаларға ашатыуҙы мөмкин тиклем һуңғараҡҡа ҡалдырырға тырышалар. Әммә педиатрҙар, киреһенсә, бала үҫкәндә сәтләүектең мөһим ризыҡтарҙың береһе булыуын билдәләй, иртәрәк ашата башлағыҙ, тип кәңәш итәләр, сөнки сәтләүектәр мейе үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, иммунитетты күтәрә, составында бала үҫкәндә бик кәрәкле сифатлы аҡһым булыуын билдәләйҙәр.
Грек сәтләүеге - һалҡын тейеп ауырығанда дауалаусы. Шулай уҡ формаһы менән мейегә оҡшап торғас - мейегә ыңғай тәьҫир итә, аҡыл сәтләүеге лә, тиҙәр уны. Ысынлап та, был сәтләүек мейе эшмәкәрлегенә бик кәрәкле йодҡа, минералдарға, витаминдарға бай. Тик шуныһы: ҡан ойошоуы түбән осраҡта, тире ауырыуҙары даими йонсотҡанда, ашҡаҙан-эсәк сирҙәре булһа, был сәтләүекте ашарға ярамай, ти белгестәр.
Миндаль – зиһен асыҡлығы. Был сәтләүектә В, К, Е витаминдары «йәшеренгән», шулай уҡ унда марганец, магний һәм фосфор күп. Мәктәп уҡыусыларында уйлау-фекерләү ҡеүәһен үҫтерә. Сәс, тире, ашҡаҙан-эсәк торошо һаулығына ла файҙалы. Әммә йөрәк сирлеләргә миндаль кәңәш ителмәй. Һәм шуныһы: әсе миндаль ашауға тәмһеҙ, шуға ла татлы сорттарын һайлағыҙ.
Кешью бик аллергия тыуҙырмай. Үҙе шул уҡ ваҡытта тештәрҙе, теш ҡаҙнаһы торошон яҡшырта, алмашыныу процестарын нормалләштерә, цинкка, фосфорға, тимергә бай.
Фундук ашаһаң, анемия булмай. Ул токсиндарҙы сығара. Составында В, Е һәм минералдар күп. Фундукты спортсыларға ла ашарға тәҡдим итәләр, сөнки майҙарға, протеинға, аҡһымға бай. Өҫтәүенә паклитаксел тигән һирәк ингредиентҡа бай, ул онкологиянан һаҡлай. Шәкәр диабеты менән, бауыр сирлеләргә фундук сәтләүеге ашау тыйыла.
Фисташка сәтләүеге тынысландыра, күҙҙәргә һәйбәт, һөйәктәрҙе, мускулдарҙы нығыта.
Сәтләүек ашағанда күберәк һыу эсергә тырышығыҙ, юғиһә эс ҡатып китеүе ихтимал.
Шуныһы ла мөһим: тоҙло сәтләүектәрҙе (мәҫәлән, фисташка, арахис) балаларға ашатыу кәңәш ителмәй - бөйөрҙәргә зыянлы.
Файҙалы нәмәне лә самалап ҡулланыу кәрәк икәнен иҫтән сығармайбыҙ, күп ашауҙан эскә һауа тулып, күбеп китеүе мөмкин. Шулай уҡ балағыҙ аллергиянан яфаланғанда ла сәтләүектәр менән һаҡ булығыҙ, табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ!
*Интернет сығанаҡтары файҙаланып, эшләнде. Фото pixabay.com