-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткәндәр сыҡты – кесерткән ашы бешерәйек

Яҙ етте, йәш үләндәр баш ҡалҡытты. Йыуа, ҡуҙғалаҡ, балтырған, кесерткәндә бик күп файҙалы матдәләр һәм витаминдар тупланған. Бер литр һыуҙы ҡайнатып, шуға бер баш картуфты турап төшөрөргә, самалап тоҙ өҫтәргә. 

Кесерткәндәр сыҡты – кесерткән ашы бешерәйек
Кесерткәндәр сыҡты – кесерткән ашы бешерәйек

Бер баш һуғанды турап, бер кишерҙе ҡырғыс аша үткәреп, үҫемлек майында ҡыҙҙырырға. Әҙер булғас, кәстрүлдәге ашҡа өҫтәп, әкрен генә ҡайнатырға. Таҙа урындан йыйылған кесерткәнде ике минут самаһы ҡайнар һыуҙа тотоп алғас, һарҡытып, ваҡ ҡына итеп турарға ла ашҡа ҡушырға. Кесерткән ҡушҡандан һуң ике-өс минут тирәһе әкрен генә ҡайнатып алырға.

Өҫтәлгә ҡуйған ваҡытта һәр тәрилкәгә йәшел һуған, ҡаймаҡ, бешкән йомортҡаны уртаға ярып һалырға. Ашығыҙ тәмле булһын!

Кесерткәндәр сыҡты – кесерткән ашы бешерәйек
Кесерткәндәр сыҡты – кесерткән ашы бешерәйек
Автор:
Читайте нас: