Геройҙар дәүере
1 Март 2024, 05:49

Яҡты исемең ҡайтты мәңгелек хәтер булып...

35 йәшендә генә тағы бер яҡташыбыҙ һуғыш ҡорбаны булды. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Нәдир Фәйзуллин менән хушлашыу өсөн район етәкселеге, «Боевое братство» ойошмаһы ағзалары, туғандары, ауылдаштары һәм дуҫтары килде. Матәм сараһы Сиҙәм урта мәктәбе алдында үтте.

Илебеҙ именлеге, тыныс тормош өсөн башын һалған Нәдир Әлмөхәмәт станцияһы ауылында Миңзифа Собханғол ҡыҙы менән Хәлил Ниғмәтйән улы Фәйзуллиндар ғаиләһендә тыуып-үҫкән. Тыуған ауылында мәктәпте тамамлағас, Сибай политехник колледжына уҡырға инә һәм иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. Нәдир бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнә, айырыуса боксты ярата. Итәғәтле, ярҙамсыл, асыҡ күңелле була. 2008 йылда егет әрмегә алына. Хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡас, тимер юлы монтёры булып эшләй башлай. 2018 йылда өйләнеп, ғаиләһе менән Магнитогорскиҙа йәшәй. Ғүмер юлдашы Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙы менән ике бала үҫтерәләр. 2023 йылдың октябрендә илһөйәр, ҡыйыу рухлы Нәдир Хәлил улы «Штурм» подразделениеһы сафында махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта һәләк була. 24 февраль яҡташыбыҙға 35 йәш тулған булыр ине...
Район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов менән БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Йәлил Зәйтүнов яугирҙең ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Башҡортостан Республикаһы Баш-лығы Радий Хәбиров һәм депутаттар корпусы исеменән батыр яҡташыбыҙ Нәдир Фәйзуллиндың әсәһенең һәм ҡатынының ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине Йәлил Насип улы. — Ул тыуған илебеҙҙе нацизмдан яҡлап, Ватаныбыҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына үҙенең ғүмерен ҡорбан итте. Батырҙың яҡты исеме мәңгелеккә онотолмаҫ.
Н. Фәйзуллин хеҙмәт иткән хәрби часть вәкиле Филипп Пчелкин хушлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, ғаиләһенә сабырлыҡ теләне. Ул яугирҙең үлгәндән һуң Батыр-лыҡ ордены менән наградланыуын бел-дерҙе.
— Нәдирҙе юғалтыу бөтә туғандар өсөн ауыр ҡайғы, әммә әсәһе менән ҡатынының иңенә төшкән ғазаптарҙы бер ниндәй һүҙҙәр менән еңеләйтерлек түгел. Һөйөп-иркәләр генә саҡта ике сабыйы етем ҡалды, — тине инәһе Сания Ильясова. — Беҙ туғаныбыҙ менән ғорурла-набыҙ. Нәдир Бөйөк Ватан һуғышы яугире булған олаталары Собханғол Әминев менән Ниғмәтйән Фәйзуллиндың хәрби юлын, ҡаһарманлығын лайыҡлы дауам итте, уларҙың намыҫына тап төшөрмәне. Бындай ҡайғыны башҡа бер кемгә лә күрһәтмәһен, һуғыш тиҙерәк бөтһөн ине...
Сиҙәм урта мәктәбе уҡытыусыһы Салауат Рәжәпов уҡыусыһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
— Нәдир минең күҙ алдында үҫте. Уның бала сағы ауыр, етешһеҙ 90-сы йылдарға тура килде. Әсәһе велосипед алып биргән мәлде гел хәтерләйем. Өр-яңы велосипедҡа атланып, шатлығы эсенә һыймай, мәктәп ихатаһы буйлап оҙаҡ йөрөнө, — тине Салауат Хабрахман улы. — Әрме йәшенә еткәс, мине хәрби хеҙмәткә алмайҙар тип килде. Комиссариатҡа барып, һөйләшкәс, ул армияға китте. Хеҙмәттән ҡайтҡас, миңә рәхмәт әйтте. Ил алдында ир-егет бурысын үтәүенә ҡыуанысы сикһеҙ ине. Ватан өсөн ауыр мәлдә ситтә ҡалмай үҙ теләге менән яуға юлланыуы уға хас булды. Беҙ, ауылдаштары, Нәдирҙең исемен мәңгеләштерәсәкбеҙ, онотмаясаҡбыҙ.
Дуҫтары, класташтары исеменән Альберт Әйүпов һүҙ тотто. Ул Нәдирҙең ысын дуҫ булыуын, һәр саҡ беренсе булып ярҙамға килеүен әйтте.
 Батыр яугирҙең әсәһе Миңзифа Собханғол ҡыҙы менән ҡатыны Рәсилә Мөҙәрис ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас