Геройҙар дәүере
8 Март 2024, 05:54

Ватанды яҡлап утҡа инде...

Байым халҡы үҙенең батыр ауылдашы менән хушлашты. Махсус хәрби операцияла яраланып ҡайтҡандан һуң мәрхүм булған яугир Зөфәр Ғариповты һуңғы юлға оҙатырға район етәкселеге, туғандары, дуҫтары килде.

Зөфәр 1969 йылдың 5 июнендә Рәйхана һәм Париж Ғариповтар ғаиләһендә тыуған. 1976-1986 йылдарҙа Байым урта мәктәбендә белем алған. Артабан Баймаҡ ауыл хужалығы техникумында уҡый. Хеҙмәт юлын З. Ғарипов тыуған хужалығында башлай: элемтәсе, хәүефһеҙлек буйынса инженер була. «Урал аръяғы» МТС-ында комбайнсы, Магнитогорск ҡалаһының төҙөлөш ойошмаларында иретеп йәбештереүсе булып эшләй. 2023 йылдың ноябрендә үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға юллана. Яуаплы, ойоштороу һәләтенә эйә Зөфәр Париж улы отделение командиры итеп тәғәйенләнә. Февраль айында Луганск янындағы алышта ҡаты яралана һәм Ырымбурҙа госпиталдә дауалана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, илде яҡлап утҡа ингән ҡыйыу яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө...
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәби-ров һәм Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай исеменән Йәлил Зәйтүнов туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Зөфәр ағайҙы беҙ ярҙамсыл, асыҡ, изге күңелле ауылдаш булараҡ хөрмәт иттек. Меңәрләгән һалдаттар менән бергә ул да ҡулына ҡорал алып, һуғышҡа инде. Уның ялҡыны беҙҙең ауылға ла ҡағылды. Ҡаты яраланғандан һуң вафат булып ҡалды. Ғаиләһе һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, сабырлыҡ теләйем, — тине БР Дәүләт Йыйылыш — Ҡоролтай депутаты Й. Зәйтүнов.
Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов, уның беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов, Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин батыр яҡташыбыҙ менән хушлашты, уның яҡты исеме мәңгеләштерелер тип вәғәҙәләне.
Туғандары исеменән Ғәзинур Ғарипов сығыш яһап, мәрхүмде һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе.
— Беҙ ғаиләлә дүрт малай, бер ҡыҙ үҫтек. Зөфәр ҡусты һуғышҡа китергә булғас, минең менән кәңәшләште. Оло йәштәһең, барма тип өгөтләүемә ҡарамаҫтан, ул олатайым Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, мин уларҙың данлы юлын дауам итергә, яуға ингән йәш кенә егеттәргә терәк булырға тейешмен, тине. Мин уға ҡаршы бер һүҙ ҙә әйтә алманым. Ҡустым дөрөҫ эшләгәндер, илдә ауыр ваҡытта ҡурҡманы, үҙен ҡыйыу яугир итеп күрһәтте. Ҡыҙғанысҡа, иртәрәк китте, уға ни бары 55 йәш тулыр ине. Бәхил бул, ҡустым. Беҙ һине онотмаҫбыҙ! — тине Ғәзинур Париж улы. 
Ауылдаштары Зөфәр Париж улының кешелекле, ихлас, эшһөйәр, ябай булыуын әйтеп, яугир менән бәхилләште. 
З. Ғариповтың ҡыҙы Физалиәнең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА. 

Читайте нас