Геройҙар дәүере
7 Июнь 2024, 05:53

Ирҙәр үлә, башын һала, бөтмәҫ дандары ҡала...

...2022 йылдың 28 сентябре. Район хәрби комиссариаты алдында өлөшләтә мобилизациялау буйынса махсус хәрби операцияға саҡырылған ир-азаматтарҙы оҙатып ҡалғайныҡ. «Осҡон»ға биргән интервьюһында Йәнгелдән Әмир Камалов ил һағына бер ниндәй ҙә икеләнеүһеҙ баҫыуы тураһында әйткәйне.

Матәм сараһы Йәнгел мәҙәниәт йорто алдында уҙҙы. Яугир менән бәхилләшергә бик күп халыҡ килде, табут янында сәскәләрҙән тау өйөлдө. Ихлас күңелле ауылдаш, шаян класташ, ысын дуҫ, сая, илһөйәр яҡташ булған Әмир Ғөзәйер улы исеменә тик йылы һүҙҙәр әйтелде.
Әмир Камаловтың биографияһы ҙур түгел. Әммә ҡыҫҡа ғына ғүмер юлы артынан онотолмаҫ яҡты эҙ ҡалды. Ул 1977 йылдың 14 авгусында Йәнгел ауылында тыуған, ошонда урта мәктәп тамамлаған. 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып сыҡҡандан һуң, 1995-1997 йылдарҙа хәрби хеҙмәт үткән. Аэропортта, металлургия комбинатында эшләгән. 2022 йылдың 28 сентябрендә өлөшләтә мобилизациялауға эләгә. Запорожье өлкәһендә хеҙмәт итә. 29 майҙа район хәрби комиссариаты уның ауырып  вафат булыуы тураһында хәбәр ала.
— Рядовой Әмир Камалов хәрби бурысын намыҫ менән үтәне. Рух ныҡлығы, Тыуған илгә тоғролоғо менән ул беҙҙең өсөн һәм йәш быуын алдында ҡаһарманлыҡ үрнәге булып тора. Әмир Ғөзәйер улы уны белгәндәр хәтерендә изгелекле, асыҡ күңелле, һис бошона белмәгән оптимист, ысын ир-егет булып ҡаласаҡ, — тине матәм сараһын алып барыусы хәрби комиссар М. В. Гребенщиков.
Яугирҙең яҡындарының — ҡатыны Әминә Әкрәм ҡыҙының, бер бөртөк ҡыҙы Заринаның, туғандарының ауыр ҡайғыһын бөтә Әбйәлил халҡы исеменән район башлығы И. Т. Нафиҡов уртаҡлашты. 
— Әбйәлилдә матәм. Аяҙ күк йөҙө, илебеҙҙең имен киләсәге өсөн ғүмерен биргән тағы бер ҡаһарман яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Әмир Ғөзәйер улы кеүек ҡурҡыу белмәҫ ир-аттар илебеҙҙе яҡлағанда беҙ бында тыныс йәшәүебеҙҙе, эшләүебеҙҙе, илде, республиканы үҫтереүҙе дауам итәбеҙ. Әмир — ысын герой. Ул иң тәүгеләр рәтендә ил саҡы-рыуын ҡабул итеп, ҡулына ҡорал  алды. Тотош ил өсөн яуаплылыҡты үҙ иңеңә алыу оло йөрәк талап итә, һәр кем дә бындай тәүәккәл аҙымға бара алмай. Үкенескә күрә, беҙ уны ошо яуҙа юғалттыҡ. Әмир Камалов тураһында яҡты хәтер беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге йәшәр, уның иҫтәлеген һаҡлау, исемен мәңге-ләштереү, яҡындарына ярҙам итеү, терәк булыу буйынса мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ, — тине ул.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүнов яугирҙең ваҡытһыҙ вафаты буйынса уның ғаиләһенә республика Башлығы Р. Ф.  Хәбировтың, Ҡоролтай депутаттарының, шәхсән үҙенең ҡайғы уртаҡлашыуын  еткерҙе. 
Рядовой Ә. Ғ. Камаловтың полкташы, хәрби часть вәкиле А. С. Костенков шәхси состав һәм командование исеменән ҡайғы уртаҡлашты: «Ул батырҙарса һуғышты һәм шуның өсөн дә Батырлыҡ орденына күрһәтелде», — тине.
Батыр белем алған Йәнгел урта мәктәбе исеменән ветеран уҡытыусылар В. А. Посыпайко һәм Т. И. Табакова һүҙ алды.
— Кеше нисә йәшендә донъя ҡуймаһын — ҡалғандар өсөн был бик ауыр. Ә типһә тимер өҙөр сағындағы йәш ир-егеттәрҙе ер ҡуйынына һалыу бигерәк ҡыйын. Уларҙың йәшәр, һөйөр, балалар үҫтерер сағы ғына бит. Әмирҙе дошман пуляһы үлтерә алмаһа ла, ауырыу йәнен ҡыйҙы. Ул бик  йомарт, ярҙамсыл, изге күңелле булды, осраһа гелән хәлебеҙҙе һорашмай үтмәҫ ине. Ҡабат бер уҡыусыбыҙҙы ла, бүтән бер кемде лә юғалтаһы килмәй. Ошондай матәм сараларына башҡаса йыйылырға Хоҙай ҡушмаһын, һуғыш уты тиҙерәк туҡтаһын! Әмиребеҙҙең ғаиләһе менән бергә ҡайғырабыҙ, беҙ һине бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ, яратҡан уҡыусыбыҙ, — тине Валентина Андреевна.
Татьяна Ивановна ла Әмир Камаловтың мәктәп йылдарын күҙ алдынан үткәрҙе: «Төҫкә матур, оҙон буйлы, ныҡ кәүҙәле егет булып үҫте, класта староста булды, уң ҡулым – ярҙамсым ине. Тормоштоң әсеһен дә, сөсөһөн дә күп татыны, әммә ғүмер юлын лайыҡлы үтте. Илебеҙҙе, беҙҙе яҡлап башын һалды».
Ир уртаһындағы кешене юғалтыуы үкенесле ғазап, ауыр ҡайғы булһа ла, митингыла һүҙ алған һәр кем күҙ йәштәре аша: «Ул батырҙар үлеме менән ауҙы», — тип ғорурлыҡ хисен дә йәшермәне. Йәнгел халҡы исеменән сығыш яһаған М. Һ. Арғынбаев ауыл-даштар күңелендә Әмир ябай, яҡшы, ярҙамсыл кеше булып уйылып ҡалыр, һағындырыр, тине. Ағаһы Мәхмүтдин Камалов ҡустыһында ир-егеткә фарыз намыҫ, ҡыйыулыҡ кеүек сифаттар тәрбиәләгән ата-әсәһенә, уҡытыусыларға һәм Тыуған ил өсөн ғүмерен биргән яугирҙең үҙенә рәхмәт әйтте. 
Батыр һалдаттың һәләк булыуы хәбәре төрлө яҡҡа таралған класташтарын да тыуған ауылға алып ҡайтҡайны. Уларҙан сығыш яһаусы Лариса Ғүмәрова Әмирҙең мәктәп йылдарында ла һәм, ғөмүмән, үҙенә бирелгән ғүмер  юлында ла лидер һәм саялығы менән бер аҙ хулиганыраҡ булыуын, бөтә класс менән уны ихтирам итеүҙәрен иҫкә алды. «Ул башҡаса юлдан китә алмаҫ ине: мобилизация иғлан ителгәс тә иң беренселәр рәтендә ил һағына баҫты, барыбыҙҙың да имен-легебеҙ өсөн һуғышты. Юғары наградаға күрһәтелеүе өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ һәм бер үк ваҡытта уны мәңгелеккә юғалтыуыбыҙ өсөн тәрән ҡайғы кисерәбеҙ», — тине ул.
2022 йылдың 28 сентябрендә район хәрби комиссариаты алдында булған ҡыҫҡа ғына әңгәмәбеҙҙә Әмир Камалов Чечняла һәләк булған класташтары Рөстәм Шәйәхмәтов, Евгений Медведев тураһында ла иҫкә алып үткәйне. Үкенесле, үҙенең дә ғүмере яу ҡырында өҙөлдө... 
Тыныс йоҡла, яугир! Ғаиләңә, яҡындарыңа Хоҙай сабырлыҡ бирһен.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас