Геройҙар дәүере
7 Июнь 2024, 05:58

Яугирҙең батырлығы онотолмаҫ...

Район халҡы Украинала барған хәрби низағтар барышында батырҙарса һәләк булған Сергей Слесаревты һуңғы юлға оҙатты.

Сергей Слесарев 1985 йылдың 28 ғинуарында Асҡар ауылында тыуған. Т. Кусимов исемендәге гимназияның 9-сы класын тамамлағандан һуң, Сибайҙағы һөнәрселек училищеһында уҡып, электрогазосварщик һөнәренә эйә була. Әрмелә хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң, район үҙәге предприятиеларында, Магнитогорск ҡала-һында һөнәре буйынса эшләй. Өйләнә, ҡатыны Гөлфиә Марат ҡыҙы менән ике балаға ғүмер бүләк итәләр.
С. А. Слесарев уҙған йылдың ноябрендә үҙ теләге менән Украина ерен-дә барған махсус операцияға юллана. Яу яланында үҙйөрөшлө орудиелар расчеты номеры вазифаһында хеҙмәт итә. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә үҙен Тыуған илебеҙҙең ышаныслы һаҡсыһы, яуҙаштары өсөн тоғро дуҫ, арҡа терәр иптәш итеп күрһәтеп өлгөргән яугир. Тик, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 2024 йылдың 13 апрелендә, Донецк Халыҡ Республикаһында Авдеевка ауылы өсөн барған ҡаты алыштарҙа һәләк була. 
С. А. Слесарев менән бәхилләшеү-гә арналған матәм сараһы район үҙәгенең Совет майҙанында үтте. 
Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков матәм сараһын асыҡ тип иғлан иткәс, һүҙ БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүновҡа бирелде.
— Һуғыштың әле булһа дауам итеүе үкенесле, утлы ғәрәсәт гөрләтеп донъя көтөрҙәй, көслө, рухлы, йәш ир-егеттәрҙе «йота».  Ватанды нацизмдан яҡлау талап ителгәс, Сергей Александрович та уйлап та тормайынса, ил һағына баҫты. Нәҡ ошондай патриотик рухлы егеттәр менән илебеҙ көслө. Бәхил бул, ауыр тупрағың еңел булһын! — тине Йәлил Насип улы һәм иренең батырлығы өсөн рәхмәт белдереп,  Гөлфиә Марат ҡыҙы алдында, түбәнселек менән башын эйҙе. 
— Сергей Слесарев — беҙҙең өсөн герой. Илебеҙҙең, балаларыбыҙҙың тыныс киләсәге өсөн башҡа егеттәр менән бер рәттән Сергей Александрович та ҡулына ҡорал алды. Тик яуҙа ғүмере өҙөлөүе аяныс. Яугирҙең күр-һәткән батырлығы онотолмаҫ,  ғаиләһе дәүләт тарафынан күрһәтелгән бөтә ярҙам саралары менән солғап алына-саҡ: ҡыҙ-улына аяҡҡа баҫырға ярҙам итербеҙ, батырҙың хәтерен мәңгеләш-тереүгә бурыслыбыҙ. Һуғыштың тиҙе-рәк тамамланыуын Хоҙайҙан һо- райбыҙ: еңеү беҙҙең яҡта булырына шик юҡ! — тине район башлығы Илдар Таһиров. — Тыныс йоҡла, батыр!
С. Слесаревтың яуҙашы Сергей Костенко батырҙың ғаиләһенең, ту-ғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡ-лашты, уларға сабырлыҡ теләне.
— Һуғыш барған ерҙә булып, ун-дағы мәхшәрҙе үҙ күҙҙәрем менән күрҙем. Егеттәр Ватан өсөн үҙ-үҙҙәрен йәлләмәй, нацизмды тамырынан юҡ итеүгә бар көстәрен һала. Әлбиттә, алғы һыҙыҡта ҡан-ҡойошһоҙ булмай: бына тигән аҫыл ир-егеттәребеҙ һәләк була. Шулай ҙа еңеү беҙҙең яҡта булырына ышанам, — тине Красная Башкирия ауылының Пок-ров божьей Матери мәхәлләһе настоятеле отец Сергий. — Ил өсөн башын һалған Сергейҙың яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Ауылдаштары исеменән һүҙ ал-ған Денис Сәлихов Ватан алдындағы изге бурысын ғүмеренең ахырынаса намыҫ менән үтәгән Сергей Слесаревтың батырлығы киләһе быуындар өсөн өлгө булыр, тигән ышаныс белдерҙе.
С. Слесаревтың класташтары ла яугирҙең ғаиләһенең иңдәр күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыһын уртаҡлаш-ты. 1-9 кластарҙа бергә уҡыған Юлиә Сәйфуллина мәрхүмде йылы хәтирә-ләр менән иҫкә алды: «Беҙ Сергейҙы тәүәккәл, ҡыйыу егет итеп хәтерләйбеҙ. Ул изге күңелле, ярҙамсыл булды. Шат күңелле, шул уҡ ваҡытта тыйнаҡ, аҙ һүҙле, аҡыллы, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер  ине».
«Тыныс йоҡла, дуҫыбыҙ, иптәшебеҙ», — тине Илгиз Буранов.
«Ҡәҙерле ағайыбыҙ, туғаныбыҙ, улы Эмиль менән ҡыҙы Элинаның яратҡан атаһы Сергейҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ, — тине туғандары исеменән һүҙ алған Алексей Стрелков. — Тыуған ил өсөн үҙ теләгең менән яуға ба-рыуға ҙур ҡыйыулыҡ кәрәк, минеңсә, ә Ватан өсөн ғүмереңде биреү — тиңһеҙ батырлыҡ. Рәхмәт һиңә, ағай! Тыныс йоҡла!»  
Рәсәй Федерацияһының байрағы ҡаһарман яугирҙең ҡатыны Гөлфиә Марат ҡыҙына тапшырылғандандан һуң, мәрхүмде Асҡар ауылы зыяратына оҙаттылар. 
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.

Читайте нас