Геройҙар дәүере
21 Июнь 2024, 06:40

Үҙе ҡайтмаһа ла, даны ҡайтты

22 июндә ҡәҙерле улыбыҙ Тамерлан Айсар улы Илһамовҡа 30 йәш тулыр ине.

Тамерлан ысын дуҫ, тоғро иптәш, асыҡ күңелле, иптәштәре араһында абруйлы, тәртипле булды, һәр эшкә яуаплы ҡараны, спортты үҙ итте – волейбол, саңғы, йүгереү секцияларында шөғөлләнде.
Ватанды һөйөү әсәйҙе һөйөүҙән башланалыр, моғайын. Ул әсәһен ныҡ яратты, уға һәр яҡтан ярҙам итте, ҡарындашы Гөлиәгә, ҡустылары Рушан менән Айнурға өлгөлө ағай булды. Тыуған иле азатлығы өсөн йәнен биргән, батырлығы өсөн Рәсәй Геройы исеме бирелгән Тамерланыбыҙ мәңгелеккә шундай булып хәтерҙә ҡаласаҡ.
Был донъяла кешенең күпме йәшәүе түгел, ғүмерен нисек үтеүе мөһим. Улым ҡыҫҡа ғына ғүмерен лайыҡлы үтте, күптәргә үрнәк булды. Үҙе ҡайтмаһа ла, даны ҡайтты. Бер нисә көндән Тамерланыбыҙҙың һәләк булғанына ла ике йыл тула. Уның юҡлығын йөрәк һаман ҡабул итмәй, барыһы ла төштә булған һымаҡ. Бары өмөт йәшәргә көс бирә, бәлки, ишек  асылып китер ҙә, шат, таныш тауыш ишетелер: «Өләсәйем, мин ҡайттым», — тип ҡосаҡлап алыр кеүек...
Ул 2000-2009 йылдарҙа Ярлыҡап, Ҡускар мәктәптәрендә, 2009-2011 йылдарҙа Таһир Кусимов исемендәге гимназияла уҡыны. Унан һуң уҡыуын СиБДУ-ның юридик факультетында дауам итте. Әрме сафтарында һалдат бурысын үтәп ҡайтҡас, иптәштәре менән артабан хәрби хеҙмәт итеү тураһындағы контрактҡа ҡул ҡуйҙы. Гвардия зенит ракетаһы полкының расчет командиры булып хеҙмәт итте. 2014 йылда Украинала барған сыуалыштарҙа ҡатнашып, тәүге хәрби наградаһына — «Батырлыҡ өсөн» миҙалына лайыҡ булды, унан һуң байтаҡ орден-миҙалдар, маҡтау грамоталары менән наградланды.
Тамерлан батырҙарса һәләк булғандан һуң, беҙҙе ғаиләбеҙ менән Мәскәүгә саҡырҙылар, унда мемориаль таҡтаташ, обелиск асыу тананаһы булды. Бергә хеҙмәт иткән иптәштәре улымды «тихий батыр» тип йөрөтөүҙәре, беҙ белмәгән изге эштәре тураһында яҡты иҫтәлектәре менән бүлештеләр, евро-тәҙрәләр ҡуйҙырып, хатта ил башлығының фотоһына тиклем элеп рәсми зауыҡ менән йүнәтеп алған эш бүлмәһен күрһәтеп аптыраттылар. Уның бөхтәлеге, илһөйәрлеге хеҙмәт иткән урынында ла сағылыш тапҡан.
Махсус хәрби операция биләмәһендә төнгө дежурҙағы улым һәм уның иптәше үҙҙәренең саялығы, тәүәккәлеге, ҡыйыулығы менән ялға туҡтаған тиҫтәләгән һалдат һәм офицерҙың ғүмерен, боеприпас складтарын һаҡлап алып ҡала. Тик үҙҙәрен генә аямайҙар... 
Бары тик, улым, һинең хәрби бурысыңды намыҫлы үтәүең күңелдәрҙе йыуата. Һинән башҡаны көтөп тә булмаҫ ине. Йәш кенә килеш Герой булып танылдың. Халҡым һине онотмаҫ, киаптар яҙыр, йырҙар сығарыр, үҫеп килгән йәш быуын һинән үрнәк алыр. Беҙ һинең менән ғорурланыбыҙ! Тыныс йоҡла, Тамерлан улым, ятҡан урының йомшаҡ, йәнең йәннәт түрендә булһын!

Барлыҡ туғандарың исеменән өләсәйең Сара ҒӘНИЕВА.
Асҡар ауылы.

Читайте нас