Үҙ теләге менән махсус операцияға юлланған контракт хеҙмәте сержанты Хәсән Зарипов 1984 йылдың 30 апрелендә Таҡһыр ауылында донъяға килгән. 1-9 кластарҙа Әбделмәмбәт урта мәктәбендә белем ала. 2002 йылдың ноябрендә Рәсәй Ҡораллы Көстәре сафына хәрби хеҙмәткә саҡырыла. Ил алдындағы изге бурысын үтәп ҡайтҡас, төрлө ойошмаларҙа эшләй. Өйләнә. Бер улға, ике ҡыҙға атай.
Ошо йылдың 23 ғинуарында Рәсәй Федерацияһы Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй һәм илебеҙҙе нацизмдан һаҡлау өсөн яуға китә. Тик батыр яҡташыбыҙ 3 мартта хәрби бәрелештәр ваҡытында батырҙарса һәләк була.
— Илебеҙгә ҡурҡыныс янағанда Хәсән Әҡсән улы ситтә тороп ҡала алманы, беҙҙең яҡты киләсәгебеҙ, тыныс тормошобоҙ хаҡына ҡулына ҡорал алды. Тик яҡташыбыҙ бының өсөн ғүмере менән түләүе үкенесле, — тине район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров. — Батыр уҙамандың әсәһенең, балаларының, туғандарының ауыр юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашам, Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бир-һен. Хәсән Әҡсән улының исемен мәңге-ләштереү буйынса мөмкин булғандың барыһы ла эшләнәсәк. Яу яланында батырҙарса һәләк булған егеттәрҙең исемдәрен оноторға хаҡыбыҙ юҡ.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының район филиалы етәксеһе, махсус опе-рацияла улын юғалтҡан Дилә Ғәлиул-линаның күҙ йәштәре аша сығышын бер кем дә тыныс ҡына тыңлай алманы.
— Иңдәр күтәрә алмаҫлыҡ ауыр ҡайғыны кисерергә Аллаһы Тәғәлә үҙе ярҙам бирһен һеҙгә, Айһылыу апай. Бындай ҡайғылы мәлдә бер ниндәй йыуатыу һүҙҙәре лә ярҙам итә алмай. Әммә нисек кенә булмаһын, артабан йәшәргә көс табырға тейешбеҙ. Улдары-быҙ беҙ тыныс тормошта, матур йәшәһен өсөн ғүмерен бирҙе. Ниндәй генә мәсьә-ләләр килеп тыуһа ла, беҙгә, урындағы социаль координаторҙарға мөрәжәғәт итегеҙ, һәр яҡлап ярҙам итергә тырышасаҡбыҙ, — тине Дилә Ҡасим ҡыҙы.
— Хәсәндең Ватанын һаҡлап батырҙарса һәләк булыуы — ауылыбыҙ, ауыл-даштар өсөн оло юғалтыу. Тырыш, сос, ярҙамсыл егет булды Хәсән ҡусты. Ауыр тупрағың еңел, гүрҙәрең яҡты, йәнең йәннәттә булһын. Бөгөн ил һағында булған яҡташтарыбыҙҙың тыуған ергә имен-һау әйләнеп ҡайтыуын теләйем, — тине ауылдаштары исеменән һүҙ алған Әбйәлилдең йәмәғәт палатаһы рәйесе Бикбай Насирйәнов.
Махсус операция барышында һәләк булған Хәсән Зариповты юғалтыу уңайынан яугирҙең әсәһенең, балаларының, туғандарының ҡайғыһын мәктәп коллективы исеменән Раил Ушанов уртаҡлашты:
— Хәсән мәктәптә тырышып уҡыны, спорт ярыштарында әүҙем булды, иптәштәренә һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер тороуы менән айырылып торҙо. Ни хәл итәһең, һуғыш ҡорбанһыҙ булмай. Тыуған иле өсөн ғүмерен биргән һалдаттар киләсәк быуын өсөн үрнәк. Хәсәндең өлгөһөндә илһөйәр уҡыусылар тәрбиәләнер, батырыбыҙ ҡаһарманлығы онотолмаҫ. Тыныс йоҡла, яугир!
Яугирҙең яҡындары, туғандары исеменән һүҙ алған Әҡлимә Мәғәфүрова ҡустыһын юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡандарға, хөрмәт итеп, һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә, ярҙам ҡулы һуҙған район хакимиәте, ауыл биләмәһе хакимиәте, хәрби комиссариат вәкилдәренә, Әбделмәмбәт мәктәбе коллективына, ҡатын-ҡыҙҙар советына, ауылдаштарына оло рәхмәтен еткерҙе.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ Мәхмүт ауылы зыяратында һуңғы төйәген тапты. Йәнең йәннәттә булһын, батыр яугир!
Яугирҙең әсәһе Айһылыу Зарипованың, улы Арсендың, ҡыҙҙары Эльза менән Элинаның, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Р. ДАУЫТОВА.