Гвардия сержанты Илдус Нурғәле улы менән бәхилләшеү сараһы Салауат ауылы мәҙәниәт йортонда уҙҙы. Һалдаттың фотоһүрәте янына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, раузалар һалып яҡындары бәхилләшкәндән һуң, матәм сараһы башланды.
Район хәрби комиссары Максим Гребенщиков Илдус Мәғзүмовтың туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашҡандан һуң, һүҙ район хакимиәте башлығы Илдар Таһир улына бирелде. Ул һалдаттың әсәһе Гөлсәсәк Иштимер ҡыҙының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Һалдаттың һуңғы һулышынаса хәрби антына тоғро ҡалыуы, хөкүмәт тарафынан ғаилә хәстәр һәм иғтибар менән солғанып алынасағы хаҡында әйтте.
Вадим Фәнил улы ла мәрхүмдең яҡындарының тәрән ҡайғыһын уртаҡлашҡандан һуң, уларға сабырлыҡ теләне.
Ил яҙмышы ирҙәр ҡулында тигәндәй, ҡайһы осор ғына булмаһын, батыр егеттәребеҙгә ниндәй генә яу юлында булырға, ә ҡайһы берҙәренә хатта ғүмерҙәре менән дә иҫәпләшергә тура килә. Туғандары исеменән Фәнилә Шаблинская телмәр тотто. Ул ҡустыһын хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам күрһәткән район хакимиәтенә, хәрби комиссариатҡа, ауылдаштарына рәхмәт еткерҙе. Ҡустыһының тырыш, ярҙамсыл булыуы тураһында бәйән итте. “Ҡустым шаян, ипле, ололарға ихтирамлы, кесеһенә кеселекле булды, һәр беребеҙгә иғтибары етте. Бәхил бул, һалдат, һинең менән ғорурланабыҙ”, – тине ул.
Салауат ауылы халҡы, мәктәбе коллективы исеменән Рәбиға Зәкирова сығыш яһаны. “Тыныс тормошта йәшәһен өсөн һәләк булған ауылдашыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ. Илдусты 9-сы класҡа тиклем рус теле һәм әҙәбиәтенән уҡыттым. Илдус хәтеремдә тәр- типле, һәләтле уҡыусы булып иҫтә ҡалды, класташтары һәм уҡытыусылар менән һәр саҡ яҡшы мөнәсәбәттә булды. Шат күңелле, тыйнаҡ, ипле булыуы менән хәтеребеҙҙә ҡалған. Тыныс йоҡла, Илдус!” – тине Рәбиға Нуриәхмәт ҡыҙы.
И. Мәғзүмов 1978 йылда Салауат ауылында күп балалы ғаиләлә донъяға килгән. 1-9 кластарҙа Салауат ауылында белем ала, тәртипле, тырыш егет булараҡ уҡытыусылары һәм класташтары араһында абруй ҡаҙана. Төп белемде алғандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡый. 1996 йылда Ватан алдындағы бурысын үтәр өсөн хеҙмәткә алына. 2001-2004 йылдарҙа Тажиҡстанда контракт буйынса хеҙмәт итә. Ҡайтҡас, урындағы колхозда тир түгә, һуңынан вахта ысулы менән төрлө ойошма-предприятиеларҙа эшләй. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә, эшләһә лә хөрмәт һәм абруй ҡаҙана. Техниканы, ағас эшен, электрониканы оҫта белеүе менән ауыл- даштары араһында танылыу яулай.
Нацизмға ҡаршы барған көрәштә ул да ситтә ҡала алмай. 2024 йылдың 4 февралендә үҙ теләге менән Украинаға юл ала. Яу яланында барған ҡаты бәрелештәрҙә үҙ-үҙен аямай көрәшә, иптәштәренә тоғро дуҫ була, үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә. Ҡыҙғанысҡа, 25 февралдә хәрби заданиены үтәгәндә Илдус Нурғәле улының һәләк булыуы тураһында билдәле булды.
Бала ҡайғыһынан да ауырыраҡ ғазап юҡ, тиҙәр. Үҙенән алда улын ер ҡуйынына тапшырған яугир әсәһе Гөлсәсәк Иштимер ҡыҙының иңенә төшкән тауҙай ҡайғыны күтәрерҙәй сабырлыҡ теләйбеҙ. Шулай уҡ геройҙың бер туғандары, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Әсәһе Гөлсәсәк Иштимер ҡыҙына иҫтәлеккә Рәсәй Федерация- һының байрағы тапшырылғандан һуң, мәрхүмде Салауат ауылы зыяратына оҙаттылар.
Ил именлеге өсөн башын һалған батырға мәңгелек дан!
Гөлфиә ХӘСӘНОВА.