Арсел 2003 йылдың 12 авгусында Сибай ҡалаһында тыуған. 1-9 кластарҙа Амангилде мәктәбендә белем ала. Туғыҙынсы класты тамамлағас, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында ашнаҡсы-кондитер һөнәрен үҙләштерә. 2022 йылдың 24 июнендә әрме сафтарына алына һәм Чита ҡалаһындағы хәрби частә хеҙмәт итә. Ошо осорҙа Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус хәрби операцияға юллана. Йәш, әммә ҡыйыу яҡташыбыҙ алғы һыҙыҡта һуғыша, батыр, етеҙ егет хәрби дуҫтарына һәр яҡтан өлгө булып тора. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, рядовой сапёр А. Ғабдрахманов 2024 йылдың 22 июнендә хәрби задание үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Батыр яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға ҡәҙерләп оҙатыр өсөн бик күп район халҡы, хакимиәт вәкилдәре йыйылды. Район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яугирҙең бер туған ағаһы Айнурҙың, яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
Һалдатты оҙатып килгән лейтенант Начин Сирен Арсел Салауат улының һәләк булғандан һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителеүен хәбәр итте. Лейтенант Сирен рядовой Арсел Ғабдрахманов менән шәхсән таныш булыуҙары, уның батыр йөрәкле егет булыуы тураһында һөйләне.
“Һәр ваҡыт алсаҡ, шат булды, йөҙөнән йылмайыу китмәне. Шундай тәмле итеп бешерә белде, бер һүҙ менән әйткәндә, үҙ эшенең ысын оҫтаһы ине, һыҙҙырып гармунда уйнап, беҙҙе бейетеп тә алыр ине. Бер ваҡытта ла төшөнкөлөккә бирелмәне, гел алға ынтылды. Арселде әрме сафтарына тотош ауыл менән күңелле итеп оҙатҡайныҡ,” – тине ауылдаштары һәм уҡытыусылар коллективы исеменән сығыш яһаған Римма Абдрахманова.
Яугирҙең һабаҡташтары һәм ата-әсәләр исеменән Зөлхизә Әғзәмова бәләкәй генә буйлы, аҡыллы, ипле, итәғәтле Арселдең уларҙы һәр ваҡыт ихлас ҡаршы алыуы, оҙатып ҡалыуы тураһында һөйләгәнендә, бер кем дә күҙ йәшен тыя алманы. Был көндө бөтә халыҡ һыҡтаны... Илебеҙ тағы ла шундай йәш, дәртле, алсаҡ, кешелекле, кеселекле улын юғалтты.
«Тыныс йоҡла! Ғәфү ит беҙҙе, Арсел...» – тип хушлаштылар Арселдең һабаҡташтары, ата-әсәләр һәм ауылдаштары.
Арселдең бер туған ағаһы Айнурҙың, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, батыр. Онотмабыҙ мәңге...
Гөлнара ШАКИРОВА.