Илебеҙ именлеге өсөн башын һалған Айгиз Юлдашбаев 1991 йылда Магнитогорск ҡалаһында тыуған. Ата-әсәһе Ишҡол ауылына күсеп ҡайтҡас, ошонда белем ала. Айгиз бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнә, ярыштарҙа ҡатнаша. Татыу, өлгөлө ғаиләлә итәғәтле, ярҙамсыл, асыҡ күңелле булып үҫә. Ишҡол урта мәктәбен тамамлағас, Магнитогорск дәүләт техник университетына уҡырға инә. Алыҫ Көнсығышта хәрби бурысын лайыҡлы үтәп ҡайтҡан егет ММК-ла хеҙмәт юлын башлай. Өйләнеп, ғаиләһе менән Магнитогорскиҙа фатир алып, ошо ҡалала төпләнә. Ғүмер юлдашы Линара менән ул һәм ҡыҙ үҫтерәләр. 2023 йылдың декабрендә илһөйәр, ҡыйыу рухлы Айгиз Вәхит улы үҙ ирке менән контракт төҙөп, махсус хәрби операцияға юллана. Бер ҡасан да юғалып ҡалмаған, сая яугир иптәштәре араһында абруй ҡаҙана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәрби бурысын үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк була.
Район Советы секретары Булат Исламбаев яугирҙең ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Бөгөн районыбыҙ батыр улы менән хушлаша. Район етәкселеге һәм депутаттар корпусы исеменән яугирҙең ата-әсәһе Вәхит Ғәйфулла улы һәм Фәйрүзә Зәки ҡыҙының, Айгиздең ҡатыны һәм балаларының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Ҡыҙғанысҡа, ҡәһәрле һуғыш күптәрҙе ҡорбан итте. Беҙҙең райондан йәш ир-егеттәрҙең, яңы тормош ҡорған, балалар үҫтергән сағында һәләк булыуҙары аяныслы, — тине Булат Юныс улы. — Айгиз дә үҙ теләге менән ҡулына ҡорал алып, тыуған илебеҙ именлеге һәм беҙҙең тыныс, бәхетле тормош хаҡына ғүмерен ҡорбан итте. Ата-әсәһе һәм ғаиләһенә сабырлыҡ, түҙемлек теләйем. Айгиздең ҡыйыулығы, батырлығы онотолмаҫ, ҡаһарман яҡташыбыҙ хаҡында киләсәк быуындарға еткерербеҙ. Йәне йәннәттә булһын.
Хәрби комиссариат вәкиле Зариф Хәмзин батыр яҡташыбыҙ менән хушлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, ғаиләһенә сабырлыҡ теләне.
— Ҡәһәрле һуғыш беҙҙең ҡәҙерле кешебеҙҙе тартып алды. Айгизде юғалтыу бөтә туғандар өсөн ауыр ҡайғы, ул иғтибарлы һәм кеселекле булып беҙҙең иҫтә ҡаласаҡ. Ҡайғыбыҙҙы уртаҡлашҡан, ярҙам ҡулы һуҙған ауыл биләмәһе хакимиәтенә, мәктәп администрацияһына һәм ауылдаштарыбыҙға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ, — тине туғандары исеменән һүҙ алған Гөлфирә һәм Ринат Бикҡоловтар. — Айгиздең урыны ожмахта булһын, ул мәңгелеккә беҙҙең батыр буласаҡ.
Класс етәксеһе Рәйлә Фазылова уҡыусыһы тураһында яҡты хәтирәләре менән уртаҡлашты.
— Мәктәптә уҡыған осорҙа Айгиз ныҡ тырыш, ярҙамсыл, ололарға шул тиклем итәғәтле булды. Бәләкәйҙән спорт менән шөғөлләнде, айырыуса шахмат яратты, саңғыла йөрөнө, ярыштарҙа гел призлы урындар алды. Мәктәпте тамамлап сығып китһә лә, класташтары менән аралашып йәшәне. Матур тормош ҡорҙо, — тине Рәйлә Маҙһар ҡыҙы. — Беҙ, ауылдаштары, Айгиздең яҡты исемен онотмаясаҡбыҙ. Ауыр ҡайғыны күтәреү өсөн яҡындарына көс, сабырлыҡ теләйем.
Ата-әсәһенә иҫтәлеккә Рәсәй Федерацияһы флагы тапшырылғандан һуң, мәрхүмде Ишҡол ауылы зыяратына оҙаттылар.
Батыр яҡташыбыҙҙың яҡты исеме мәңге хәтерҙә булыр...
Динара САФИУЛЛИНА.