Яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатырға туғандары, ауылдаштары, дуҫтары, класташтары, бергә эшләгән иптәштәре, район хакимиәте, төрлө ойошмалар вәкилдәре, локаль һуғыш ветерандары килде. Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков яугирҙең биографияһы менән таныштырып үтте.
Денис Әхмәтйәнов 1991 йылдың 14 майында Ҡаҙағстанда тыуған. 1996 йылда Әхмәтйәновтар ғаиләһе Әбйәлил районына күсеп ҡайта һәм Денис 1-се Асҡар мәктәбенә уҡырға төшә, бында кадет класында ла белем эстәй ул. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Таштимерҙәге 93-сө һөнәрселек училищеһында механик һөнәрен ала.
2009 йылда әрмегә алына, яҡташыбыҙ Сахалин ярымутрауында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыу-хәрби формированиеһында хеҙмәт итә.
Ил алдындағы изге бурысын намыҫ менән үтәп ҡайтҡан егет Күсем янғын һағына эшкә урынлаша. Санкт-Петербург, Сорғот һәм Рәсәйҙең башҡа ҡалаларында вахта ысулы менән эшләгәндән һуң, Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт юлын үтә. 2023 йылдың 27 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй һәм махсус операция зонаһына юллана.
17 сентябрҙә район хәрби комис-сариатына яугир Д. Ф. Әхмәтйәновтың хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуы тураһында белдереү килә.
— Денис Фәнис улы үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәне, йәш быуын өсөн Ватанға тоғролоҡ өлгөһө булып тора, — тине Максим Валентинович. — Яу яланында батырҙарса һәләк булған контракт хеҙмәте сержанты Денис Әхмәтйәновтың (үлгәндән һуң) Батырлыҡ орденына тәҡдим ителде.
— Районда тағы оло ҡайғы: Әбйәлилдең батыр улдарының береһе булған Денис Фәнис улын һуңғы юлға оҙатабыҙ. Яу ҡырында батырҙарса һәләк булған яугирҙең ғаиләһе, яҡындары уның менән хаҡлы рәүештә ғорурланырға тейеш, Денис — беҙҙең өсөн герой, Ватан өсөн үҙен ҡорбан итеп, ил тарихына исемен яҙҙы, — тине район хакимиәтенең беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов.
Республика башлығы Радий Хәбиров, Дәүләт Йыйылыш — Ҡоролтай исеменән сығыш яһаған Хәлил Рәхмәтуллин яугирҙең атаһының, ғаиләһенең, туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
— Денис менән коллегалар инек, ул батыр йөрәкле, эшһөйәр егет булды. Илебеҙҙең, балаларыбыҙҙың киләсәгенә ҡурҡыныс янағас, күп уйлап тормай, махсус операция зонаһына китте. Батыр яҡташыбыҙҙың ҡаһарманлығы онотол-маҫ, уның исемен мәңгеләштереүгә бар көсөбөҙҙө һалырбыҙ. Ғаиләһенә Хөкүмәт тарафынан ҡаралған бөтә ярҙам күрһәтеләсәк, — тине ул. — Тыныс йоҡла, батыр!
— Илебеҙ мәнфәғәтен яҡлап һәләк булған Денис Фәнис улының исемен онотмау, уның киләсәк быуынға еткереү — беҙҙең бурыс, — тине «Ватан һаҡсылары» исеменән һүҙ алған Дилә Ғәлиуллина. — Яҡындарына был оло ҡайғыны күтәрергә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Батырыбыҙҙың ауыр тупрағы еңел булһын!
Денис эшләп киткән ойошмалар вәкилдәре — Күсемдәге янғын һағы етәксеһе Йәмил Шаһиев, Магнитогорск металлургия комбинаты вәкиле Вла-димир Московко яугирҙең атаһының, ғаиләһенең, туғандарының ауыр ҡайғы-һын уртаҡлашып, Денистың үҙ эшен яҡшы башҡарған белгес, ярҙамсыл булыуын, коллективта абруй менән файҙаланыуын билдәләп үттеләр.
— Хәйбулла районы ла оло ҡайғы кисерә: Денис беҙҙең кейәү ине. Изге күңелле, һәр кемгә ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер торған Денис тиҙ арала туғандар араһында үҙ кешегә әйләнде, уны барыбыҙ ҙа яраттыҡ, ихтирам иттек, — тине туғандары исеменән һөйләгән Ғәлиәхмәт Рәхмәтов. — Ватан өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман кейәүебеҙ менән ғорурланабыҙ. Денисты һуңғы юлға оҙатырға килгәндәргә, уны юғалтыу ҡайғыһын уртаҡлашҡандарҙың бары-һына ла оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ.
Йола буйынса «Боевое братство» ойошмаһы егеттәре Рәсәй Федерацияһы флагын батырҙың атаһына мәңгелеккә һаҡлауға тапшырғандан һуң, уны Асҡар зыяратына оҙаттылар.
Ҡаһарман яҡташыбыҙ Денистың атаһы Фәнис Хикмәт улының, ҡатыны Ләйлә Хәбир ҡыҙының, улы Эмилдең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Р. ДАУЫТОВА.