Яугир менән хушлашыуға арналған матәм сараһына район хакимиәте етәк-селәре, «Боевое братство» ойошмаһы вәкилдәре, Заһит Юлай улының туғандары, дуҫтары, класташтары, ауылдаштары килде.
Райондың хәрби комиссары Максим Гребенщиков һүҙ алып, йыйылыусыларҙы яугирҙең биографияһы менән таныштырҙы.
Заһит Ғиззәтуллин 2000 йылдың 1 мартында Үрге Әбдрәш ауылында тыуған. Башланғыс белемде Әбдрәш мәктәбендә ала, һуңынан 5-7 кластарҙа Абҙаҡта уҡый. Сиҙәм мәктәбенең 9-сы класын бөткәс, Сибай төҙөлөш һәм сервис колледжына уҡырға инә.
2018 йылдың көҙөндә Рәсәй Федера-цияһы Ҡораллы Көстәре сафына саҡырыла.
2024 йылдың ғинуарында ул махсус хәрби операцияла ҡатнашырға ҡарар итә һәм Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Махсус хәрби операция зонаһында уҡсы вазифаһын үтәп, тура- нан-тура хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнаша.
Райондың хәрби комиссариатына ошо йылдың 7 мартында ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, Заһит Ғиззәтуллиндың хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булыуы тура-һында хәбәр килә. Батыр яҡташыбыҙҙың әсәһе һәм өс ҡустыһы ҡалған.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Указы менән З. Ю. Ғиззәтуллиндың яуҙа күрһәткән ҡаһарманлығы Батырлыҡ орденына тәҡдим ителгән (үлгәндән һуң).
— Заһит Ғиззәтуллин Ватан, илдең киләсәге өсөн ғүмерен бирҙе. Ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған кешеләр иҫәбендә. Улар ысын патриоттар һәм ысын ир-егеттәр. Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, яугирҙәребеҙ өсөн көслө һәм берҙәм тыл булырға тейешбеҙ. Еңеү беҙҙең яҡфта буласаҡ! — тине район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Заһиттың әсәһе Неля Александровнаның, уның ағалары, туғандары һәм яҡында-рының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам.
Сиҙәм мәктәбе коллективы исеменән уҡытыусы Салауат Рәжәпов сығыш яһаны.
— Бөгөн беҙ уҡыусыбыҙ, батыр яҡташыбыҙ менән хушлашабыҙ. Мин Заһит уҡыған класс менән эшләнем, уларҙың һәр береһенең исемен бик яҡшы хәтерләйем. Заһит бик тыйнаҡ, яуаплы уҡыусы булды. Беҙ улар менән тыуған яҡтың тарихын өйрәндек, Бөйөк Ватан һуғышы геройҙары тураһында материалдар йыйҙыҡ, мәктәп музейын тулыландырҙыҡ, 9 майҙағы парадтарҙа ҡатнаштыҡ, — тип һөйләне Салауат Хаб-рахман улы. — Заһитты юғалтыу ҡайғыһын кисерергә әсәһенә, туғандарына көс һәм сабырлыҡ теләйем. Геройы-быҙ, батыр яугир тураһында хәтерҙе һаҡлау өсөн мәктәптә барыһын да эшләйәсәкбеҙ.
Класташы Илмир Низамов үҙенең телмәрендә дуҫы Заһиттың арымай-талмай эшләүен, оптимист булыуын, ихласлығын билдәләне.
— Яратҡан Заһитыбыҙ тураһында яҡты хәтерҙе йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡ-ларбыҙ. Ҡаһарман яугирҙең әсәһе менән ҡустыларына һәр саҡ терәк булырға, уларға ярҙам итергә әҙербеҙ, — тине туғандары исеменән сығыш яһаған инәһе Роза Фәтхуллина.
«Боевое братство» ойошмаһы вәкилдәре Рәсәй Федерацияһы флагын ихтирам билдәһе итеп яугирҙең әсәһе Неля Александровнаға мәңгелеккә һаҡлауға тапшырҙы.
Заһит Ғиззәтуллинды тыуған ауылы зыяратында ерләнеләр.
Тыныс йоҡла, батыр.
Римма НИЯҘҒОЛОВА.