Әбйәлил халҡы махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған хәрби хеҙмәт рядовойы Ғәзиз Зиннәтов менән бәхилләште.
Асҡар ауылының үҙәк майҙанында үткән матәм сараһында ҡатнашыусыларҙы райондың хәрби комиссары М. В. Гребенщиков һалдаттың биографияһы менән таныштырҙы.
Ғ. А. Зиннәтов 2003 йылдың 26 июлендә Үтәгән ауылында тыуған. Үтәгән мәктәбенә беренсе класҡа бара. Икенсе кластан уҡыуын Т. Кусимов исемендәге гимназияла дауам итә. Туғыҙынсы кластан һуң, Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Әбйәлил филиалына уҡырға инеп, тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштерә. Белем йортон ҡыҙыл дипломға тамамлаған егет Силәбе ҡалаһындағы Көньяҡ Урал дәүләт университетына уңышлы һынау тота. Уҙған йылдың көҙөндә студент Ғәзиз Азат улы хәрби хеҙмәткә саҡырыла.
Тик шуныһы ҡыҙғаныс: Курск өлкәһендә Рәсәйҙең дәүләт сиктәрен һаҡлау буйынса хәрби командировкала булған яҡташыбыҙҙың 15 августа ғүмере өҙөлә.
Беренсе булып һүҙ алған район башлығының беренсе урынбаҫары Руслан Хәлилов Әбйәлилдең аҫыл улдарының береһе Ғәзиз Азат улының яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты, уларға сабырлыҡ теләне.
— Ғәзиз Зиннәтовтың ил алдындағы изге бурысын үтәү осоро Ватаныбыҙ өсөн ҡатмарлы мәлгә тура килде. Ҡораллы Көстәр сафына саҡырылған һалдат ғүмеренең ахырынаса хәрби антына тоғро ҡалып, ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһәтеп, батырҙарса һәләк булды. Геройға мәңгелек дан! — тине ул.
Ғ. Зиннәтовтың уҡытыусылары Ғәзиздең иң яҡшы уҡыу-сыларҙың береһе булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
— Ғәзиз класташтары араһында айырылып торған үҙенсәлекле, бөтә өлкәлә лә белемле, тырыш, ипле, түҙемле бала булды. Китап уҡырға яратты, тәнәфес мәлендә лә ҡулынан китап төшмәне. Һуғыш тураһында китаптарҙан уҡыған уҡыусыбыҙҙың һуғышты күреп, уның ҡорбаны булыуы үкенесле. Тыныс йоҡла, Ғәзиз! — тине Айгөл Шәрәфетдинова.
— Класта, мәктәптә ойошторолған сараларҙа Ғәзиздең әсәһе улына һәр саҡ ярҙам итеп, уға терәк булды. Ғәзиз дә киләсәктә әсәһенең таянысы булыр ине, тик яҙманы, уҡыусымдың ғүмере иртә өҙөлдө. Мәңгелек йоҡоң тыныс булһын, Ғәзиз! — тип өҫтәне Йондоҙ Хисаметдинова.
— Колледж уҡытыусылары, студенттар исеменән батыр йөрәкле уҡыусыбыҙ Ғәзиздең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам. Беҙҙең колледжда өс йыл уҡыу осоронда ул үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтте, белемле егет рус теле һәм тарихтан төрлө кимәлдә олимпиадаларҙа еңеү яулап, уҡыу йортоноң абруйын күтәрҙе. Тыңлаусан, баҫалҡы, ярҙамсыл, әүҙем студент булараҡ хәтерҙә һаҡлана. Улына һәйбәт тәрбиә биргән Фәнүзә Фәләх ҡыҙына оло ихтирамымды һәм рәхмәтемде еткерәм. Ғәзизде онотмаясаҡбыҙ, ул мәңгегә беҙҙең хәтерҙә ҡаласаҡ! — тине класс етәксеһе Гөлназ Ишмырҙина.
Дуҫтары, иптәштәре исеменән Айнур Мусин телмәр тотто:
— Иң яҡын дуҫым Ғәзиздең хәрби бурысын намыҫ менән үтәүенә ғорурланам. Ул беҙҙең барыбыҙҙың именлеге, тыныс киләсәге өсөн башын һалды. Рәхмәт һиңә, Тыуған ил батыры!
— Ватанды һаҡлау — элек-электән ир-егеттең изге бурысы һанала. Илебеҙҙе нацизмдан һаҡлап, Ватан өсөн ғүмерҙәрен биргән яугирҙәр алдында башымды эйәм. Ейәнем Ғәзиздең батырлығы менән ғорурланам, — тине олатаһы Буранбай Бәшәр улы.
Рәсәй Дәүләт флагы Ғәзиздең әсәһе Фәнүзә Фәләх ҡыҙына мәңгелек һаҡлауға тапшырылғандан һуң, һалдатты тыуған ауылы Үтәгәнгә оҙаттылар. Бында һалдаттың туғандары, дуҫтары, ауылдаштары уның менән хушлашырға мәктәп алдына йыйылды. Матәм сараһында сығыш яһаған Ғәзиздең яҡындары, дуҫтары, ауылдаштары егеттең һәр кемгә иғтибарлы, ихтирамлы, ярҙамсыл булыуын телгә алды, һалдаттың әсәһенең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашып, уларға сабырлыҡ теләне.
Һалдат Ғәзиз Зиннәтов тыуған ауылы Үтәгән зыяратында ер ҡуйынына тапшырылды.
Һалдаттың әсәһе Фәнүзә Фәләх ҡыҙының, ҡустыһы Ғайсаның, туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Тыныс йоҡла, батыр! Тыуған илең, яҡташтарың һинең батырлығыңды онотмаҫ!
Рәмилә ИСТАНБАЕВА.
«ҺӘЙБӘТ КЕШЕ ИНЕ...»
Контракт хеҙмәте рядовойы, Асҡарҙан Рәмил Ғәббәсов МХО-ла башын һалды. Батыр яҡташ һәм ауылдашты район етәкселеге, райүҙәк халҡы хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты.
Рәмил Радик улы 1981 йылдың 23 ноябрендә тыуған. 1-се Асҡар урта мәктәбендә белем ала. Мәктәп йылдарында үҙен тик ыңғай яҡтан күрһәтә, тырыш була, яҡшы уҡый. Айырыуса математика, һыҙма дәрестәрен ярата, оҫта һүрәт төшөрә. 1999 йылда Сибай ҡалаһының 24-се һанлы лицейына монтажсы-высотник һөнәре буйынса уҡырға инә. 2000 йылда егет әрмегә саҡырыла. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, район үҙәгендә төрлө предприятиеларҙа, Өфөлә эшләй. 2022 йылдан вахта ысулы менән Санкт-Петербург ҡалаһында хеҙмәт итә. Ҡайҙа ғына эшләмәһен коллегалары араһында ихтирам менән файҙалана, ҡулынан һәр эш килә. Ижади кеше гитарала ла һәйбәт уйнай.
Махсус хәрби операция барғанда ил һағына баҫмай ситтә ҡалыуға Рәмил Ғәббәсовтың да намыҫы ҡушмай. 12 сентябрҙә хәрби хеҙмәт тураһында контрактҡа ҡул ҡуйып яу яланына юллана. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт арауығында ул үҙен хәрби антына тоғро ҡыйыу яугир, Тыуған илдең ысын һаҡсыһы итеп күрһәтә. 18 октябрҙә район хәрби комиссариатына Р. Р. Ғәббәсовтың 13 октябрҙә һәләк булыуы тураһындағы хәбәре килә.
Яугир менән бәхилләшеү митингыһында район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов сығыш яһап, Әбйәлилдең тағы бер лайыҡлы улын юғалтыуға оло үкенес белдерҙе.
— Рәмил Ғәббәсов илебеҙ өсөн ябай булмаған дәүерҙә үҙ ирке менән ил һағына китте, ғүмерен аямайынса уның мәнфәғәтен яҡлап, неофашизм һәм нацизмға ҡаршы көрәште. Ҡаһарман ул үҫтергән әсә алдында баш эйеп, яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашам, — тине ул.
«Ватанды һаҡлаусылар» фондының Әбйәлил районы буйынса социаль координаторы, ошо яуҙа ғәзиз улын юғалтҡан Д. Ҡ. Ғәлиуллина яугирҙең әсәһе Роза Хатип ҡыҙына оло сабырлыҡ, йәшәү көсө теләне, әсәләрҙең йөрәктәре типкәндә тыныс күк йөҙө өсөн ғүмерҙәрен биргән улдарыбыҙ тураһында хәтер йәшәйәсәк, тине.
Мәрхүмдең урамдаштары исеменән Фәйрүзә Мусина һүҙ алды:
— Беҙҙең бәләкәй генә Комсомол урамы МХО-ға алты уланын оҙатты. Рәмил иң аҙаҡҡы булып китһә лә, үкенескә күрә, табутта ҡайтты. Ул ҡаршы йортта, күҙ алдында үҫкән күрше малайы булды. Өлкән ҡыҙымдың тиҫтере ине, айырылмаҫ дуҫтар булып бергә уйнап үҫтеләр. Шуға күрә был минең өсөн дә ауыр юғалтыу. Бөтә күрше-күлән исеменән яугир ғаиләһенең ҡайғыһын уртаҡлашам. Урамдаштарың һине онотмаҫ, тыныс йоҡла, балаҡай!
Туғандарынан Айрат Мөлөковтың һүҙҙе ҡыҫҡа тотоп: «Һәйбәт кеше ине...» — тиеүендә Рәмил Ғәббәсовтың бөтә холоҡ-фиғеле, кешелеклелек сифаттары һәм йәшәү мәғәнәһе сағылды. Башҡалар именлеге, тыныс тормош өсөн хаҡты ул ғүмере менән түләне. Тиҙерәк бөтһөн ине был һуғыш!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.
ЯУГИР ҒАИЛӘҺЕ ӨСӨН ЯРҘАМ САРАЛАРЫ
Республикала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға тәғәйен тиҫтәләрсә ярҙам сараһы булдырылған
Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм улар-ҙың ғаилә ағзалары Башҡортостан шифаханаларына бер тапҡыр 14 көнгә иҫәпләнгән юллама алыу хоҡуғына эйә. Уны һәр кем үҙе генә лә йәки яҡын туғаны менән етешәр көндән бүлешеп ҡуллана ала. МХО-ла ҡатнашыусыларҙың балаларына шифаханаға бушлай юллама булырға тейеш (балалар поликлиникаһы аша медицина күрһәтмәләренә ярашлы бирелә). Шифахананың үҙенә мөрәжәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре бер автомобил-гә транспорт һалымы түләүҙән азат ителә.
МХО-ла ҡатнашыусы, уның ҡатыны (ире), бәлиғ булған балалары колледжда йәки автомәктәптә уҡыу өсөн сертификат алыу хоҡуғына эйә. Бының өсөн Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк. Шулай уҡ үткән йылдар өсөн компенсация түләүҙәре алырға мөмкин.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың пенсия йәшендәге йәки инвалидлыҡ төркөмөнә эйә ғаилә ағзалары шулай уҡ бәлиғ булмаған бала тәрбиәләгән әсәләр өйҙә йәки ярымстационар алымда күрһәтелгән социаль хеҙмәттәр менән файҙалана, йорт-интернаттарға сираттан тыш урынлаша ала. Ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-775-00-14. Был ярҙам төрөн Дәүләт хеҙмәттәре аша ла юлларға мөмкин.
Мәскәүгә йәки ошо өлкәгә яралы яугирҙе ҡарау өсөн килгән ғаилә ағзалары Башҡортостандың Мәскәүҙәге Тулы хоҡуҡлы вәкиллеге ҡарамағындағы ҡунаҡханала бушлай йәшәй ала. +7 (495) 621-40-30 телефоны буйынса мөрә-жәғәт итергә.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре өсөн түләүҙе кисектергән өсөн пеня түләмәй. Бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй, хакимиәттәр был ҡағиҙәне үтәү өсөн исемлектәрҙе идара итеүсе компанияларға үҙҙәре тапшыра. Шулай уҡ бындай ғаиләләр сүп-сар сығарыу өсөн түләмәй. Үҙегеҙҙең төбәк операторына мөрәжәғәт итегеҙ.
Эш эҙләүселәргә эшкә урынлашыуҙа шәхси ярҙам күрһәтелә. Мәшғүллек үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә юридик яр-ҙам да бушлай күрһәтелә. МХО-ла ҡатнашыусы һәм ғаилә ағзалары үҙ йортона газ үткәреү өсөн сертификат алырға хоҡуҡлы. Халыҡты социаль яҡлау үҙәгенә йәки күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә.