Сарала район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, яугирҙәрҙең туғандары, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты. Рәсәй һәм Башҡортостан флагын сығарыу хоҡуғы уҡыу алдынғылары Искәндәр Ғайсин менән Замир Рәхимовҡа бирелде.
Ошо уҡ көндә Амангилде мәктәбендә «шайморатовсы»лар класын да астылар. 2020 йылда Рәсәй Президенты В. В. Пу-тин 112-се башҡорт кавалерия диви-зияһы командиры, генерал-майор Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе тураһындағы Указға ҡул ҡуя. Шайморатовсылар Байрас Бай-мырҙин, Рәмилә Вәлиева, Дияз Ишмо-ратов, Айлизә Лоҡманова, Батырхан Мортазин, Гөлфиә Низамова, Роза Сәйфетдинова, Наҙгөл Сайфитдинова, Руфина Солтанова, Самир Фәйзуллин, Нурсолтан Ялмырҙин илһөйәр булып үҫергә, тәртипле булып, тырышып уҡырға ант бирҙеләр. Шайморатовсы булыу бик абруйлы. Шайморатовсылар симво-ликаһы менән форманы ғорурлыҡ менән йөрөтөргә хоҡуҡ алғас, улар республи-кабыҙҙың һәм илебеҙҙең ысын пат-риоттары булырға ла бурыслы.
Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы шаймо-ратовсыларҙы ҡотлап, уҡыусыларға уҡыуҙарында уңыштар теләп, район хакимиәте исеменән класҡа байраҡ тапшырҙы.
Тантаналы сарала Амангилде урта мәктәбе директоры Зарема Замир ҡыҙы Ғайсина ла сығыш яһаны.
— Легендар генерал Шайморатовтың батырлығын ҡабатлаған ҡаһарман улдарыбыҙ исеме мәңгеләштерелә һәм уларға герой парталары асыла. Был шулай уҡ тарихи ваҡиға, егеттәребеҙ, уҡыусылар тыныс уҡыһын, халыҡ тыныс йәшәһен өсөн, үҙ ғүмерҙәрен бирҙеләр һәм шуның менән исемдәрен Ватан тарихына яҙҙылар. Уҡыусыларыбыҙ анттарына тоғро ҡалырҙар, киләсәктә егеттәр, ҡыҙҙар халҡыбыҙ өсөн янып йәшәрҙәр, тип ышанам. Күгебеҙ аяҙ булып, һуғыштар тамамланып, шатланып-ҡыуанып йәшәргә яҙһын. Уҡыусыларыбыҙ халҡыбыҙҙың, илебеҙҙең бынамын тигән шәхестәре булып, мәктәбебеҙҙең данын арттырһын, — тине ул.
Самат Вәкил улы 1988 йылда Аман-гилде ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан эшһөйәр, алсаҡ, ярҙамсыл була. Ун йәшендә әсәйһеҙ ҡала. Күп тә үтмәй атаһы ла мәрхүм була һәм малай район балалар йортонда тәрбиәләнә. Мәктәп йылдарында спорт менән етди шө-ғөлләнә, бигерәк тә милли көрәш буйынса еңеүҙәре күп була. Украинала махсус хәрби операция башланғас, 2022 йылдың декабрендә үҙ теләге менән яу яланына юллана. Ульяновск ҡалаһындағы айырым гвардия десант-штурмлау бригадаһында хеҙмәт итә, үҙен оҫта уҡсы-оператор, ҡыйыу йөрәкле башҡорт егете итеп күрһәтә. Яуҙа ул үҙебеҙҙең башҡорт егеттәренә ҡалҡан булып тора. 19 августа хәрби бурысын үтәгән саҡта батырҙарса һәләк була. Ҡыҙҙары Сабина менән Айлина атай наҙынан мәхрүм ҡалдылар.
Айнур Анисар улы ғаиләлә баш бала, бәләкәйҙән ярҙамсыл, аралашыусан малай булып үҫә, дуҫтары күп була. Беренсе класҡа Магнитогорск ҡалаһының 67-се мәктәбенә уҡырға бара, ошонда уҡ туғыҙынсы класты тамамлай. Үҙаллы, яуаплы булыуы менән айырылып тора, класта лидер була. Бәләкәйҙән спортты үҙ итә. Туғыҙынсы класты тамамлағандан һуң, Магнитогорск технология коллед-жына уҡырға инә. Һәр яҡтан әүҙем егет уҡыу йортоноң мәҙәни-спорт тор-мошонда әүҙем ҡатнаша. Хәрби-патриотик клубында ҡул һуғышы менән шөғөлләнә, физик яҡтан көслө егет төрлө кимәлдәге ярыштарҙа еңеүҙәр яулай.
1994 йылғы малайҙар араһында джиу-джитцу буйынса Рәсәйҙең көмөш призеры була. Хеҙмәткә алыныуына өс ай тулыуға Айнур Анисар улы үҙен хәрби хеҙмәткә бағышларға ҡарар итә һәм хеҙмәт иткән часында өс йылға контракт төҙөй. Һөйгәнен дә хеҙмәт урынында осрата, 2018 йылда йәштәр өйләнешә. Анисарҙың алған миҙалдарын һанап бөткөһөҙ.
24 февралдә В. Путин илебеҙ хал-ҡына ашығыс мөрәжәғәт менән сығыш яһағас, Айнур хеҙмәт иткән подраз-деление тәүгеләрҙән булып һуғышҡа инә. Сержант Айнур Ямаловтың отделе-ниеһына урында разведка яһау бурысы йөкмәтелә. Украиндар артиллерияларҙан ут аса. Айнурҙың ғүмере ошо ут эсендә өҙөлә.
Герой парталары асыу хоҡуғы Гөлдәр Рәхимоваға, Айнурҙың атаһы Анисар Сәйәх улына һәм Саматтың кәләше Рәсиләгә бирелде. Герой партаһында мәктәптең данын яҡлап, яҡшы билдәләргә өлгәшкән, төрлө сараларҙа әүҙем ҡатнашҡан уҡыу алдынғылары ултырасаҡ.
Уҡытыусылар һәм уҡыусылар илебеҙ өсөн ғүмерен биргән Самат Вәлиевты һәм Айнур Ямаловтың батырлығын онот-маҫ, уларҙың яҡты иҫтәлеге яҡташтары күңелендә һәр ваҡыт һаҡланыр.
Гөлсинә НИЗАМОВА.