Рәмзил Рафиҡ улы 1991 йылдың 8 февралендә тыуған. Михайловка урта мәктәбендә белем алған. Уҡыу йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан күрһәтә, тырыш, тәртипле була. Ғаиләлә иң өлкәне булараҡ ҡусты-һеңлеләренә өлгө, ата-әсәһенә ярҙамсы булып үҫә. Рәмзил туғыҙынсы класты тамамлағас, 93-сө һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе, тракторсы һөнәрҙәрен үҙләштерә. 2009 йылда әрмегә алынып, Әстерхан өлкәһендә лайыҡлы хеҙмәт итеп ҡайта. Райондың төрлө пред-приятиеларында эшләй. Тик махсус хәрби операция барған мәлдә, башҡа илһөйәр ир-егеттәр кеүек, ул да ситтә ҡала алмай һәм ил һағына баҫырға ҡарар итә. 2024 йылдың июль уртаһында үҙ ирке менән хәрби контракт төҙөй һәм алғы һыҙыҡҡа китә. Ошо ваҡыт арауығында ул үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтергә өлгөрә, хәрби заданиеларҙы намыҫ менән үтәй. Тик ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡташыбыҙ Рәмзил Рафиҡ улы 16 октябрҙә батыр-ҙарса һәләк була.
Михайловка ауылында, яугирҙең тыуған йорто алдында уҙған хушлашыу митингыһында район хакимиәте баш-лығы Илдар Нафиҡов әбйәлилдәр тағы бер батыр райондашын юғалтыуына үкенес белдерҙе.
— Яҡташыбыҙ беҙҙең яҡты киләсәк өсөн үҙ ғүмерен бирҙе. Беҙ еңел булмаған заманда йәшәйбеҙ, илебеҙ ҡатмарлы осор кисерә. Һәм Рәмзил меңәрләгән ҡыйыу ир-егеттәр араһында ҡулына ҡорал алды, — тине Илдар Таһир улы. — Батыр һалдаттың әсәһе Вилүрә Вил ҡыҙы һәм атаһы Рафиҡ Харун улының, ҡусты-һеңлеләренең, бала-ларының сикһеҙ ҡайғыһын уртаҡ-лашабыҙ. Был ауыр мәлдә һеҙҙең хәлегеҙҙе еңеләйтерҙәй һүҙҙәр ҙә табырлыҡ түгел. Беҙ һеҙҙең менән бергә. Рәмзил Хәйруллиндың исемен онотмау, киләһе быуындарға еткереү өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ. Бәхил бул,батыр!
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай исеменән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡар-ма комитеты ағзаһы Хәлил Рәхмәтуллин һүҙ алды.
—Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәм республика парламенты исеменән ауыр ҡайғығыҙҙы уртаҡлашам. Рәмзилдең батырлығы ил тарихы биттәренә алтын хәрефтәр менән яҙылыр, — тине Хәлил Юлай улы. — Ғаиләһенә тейешле ярҙам саралары тулы күләмдә күрһәтеләсәк, иғтибар һәм ярҙамдан өҙмәҫбеҙ. Тыныс йоҡла, яугир.
Дуҫтары һәм класташтары исеменән сығыш яһаған Гөлнәзирә Шәғәлина Рәмзилдең яҡындарына был ауыр көндәрҙә түҙемлек, сабырлыҡ теләне.
Хәйбулла Хәйруллин Рәмзилде һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла туғандары исеменән рәхмәт белдерҙе.
— Улым хаҡында әйтер һүҙҙәр күп ине. Ауылға ҡайтҡан һайын туғандарының хәлен белеште, алсаҡ, ихлас һәм ярҙамсыл егет булды, — тине Х. Хәйруллин. — Ятҡан урының тыныс булһын, улым!
Рәсәй дәүләт флагы яугирҙең әсәһе Вилүрә Вил ҡыҙына улының төҫө итеп, мәңгелек һаҡлауға тапшырылды.
Рәмзил Рафиҡ улының яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Исемең мәңге хәтерҙә булыр, батыр!
Динара САФИУЛЛИНА.