Волейбол ярышы махсус хәрби операцияла Рәсәй Геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны составында хеҙмәт иткән Шамил Әбделғазин иҫтәлегенә арналды.
Шамил Шайморат улы Красная Башкирия ауылында тыуып үҫә. Әрмене һауа-десант ғәскәрҙәрендә үтә. Хеҙмәт итеү осоронда хеҙмәттәштәре менән Төнъяк Кавказда тәртип урынлаштырыуға ебәрелә, хәрби разведка отделениеһы командиры вазифаһында була, үҙен ҡурҡыу белмәҫ ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә.
Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министр-лығының эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәтендә эш башлай, «Цемикс» заводының һаҡ бүлегендә эшләй.
Ил һаҡлауға, яҡлауға мохтаж саҡта өйҙә ятып ҡала алмай ул, 2022 йылдың июлендә Рәсәй Оборона министр-лығы менән контракт төҙөп, МХО зонаһына юллана. Шамил Шайморат улы өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә. Бында ла үҙен батыр йөрәкле һалдат, ышаныслы дуҫ итеп күрһәтә. Ҡаһарман яҡта-шыбыҙҙың ғүмере ошо йылдың 28 мартында яу яланында өҙөлә.
Волейбол турнирын һигеҙенсе класс уҡыусы-ларының флешмобы асты.
Ярышҡа көс һына-шырға килгән Ташбулат, Таштимер, Асҡар, Красная Башкирия, Хәмит, Йәнгел ауыл биләмәләренән ко-мандаларҙы, көйәрмән-дәрҙе Красная Башкирия ауыл биләмәһе башлығы З. Н. Кәримов тәбрикләне.
— Яңыртылған спорт залында уҙған сара махсус хәрби операцияла батыр-ҙарса һәләк булған, үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына лайыҡ булған Шамил Әбделғазин иҫтәлегенә арнала. Әлбиттә, был турнир — тыныс тормошобоҙ өсөн йәнен аямаған яҡташтарыбыҙға ихтирам һәм дан билдәһе. Ир-уҙамандарыбыҙ ата-бабаларыбыҙ эшен лайыҡлы дауам итеп, хәрби бурыстарын намыҫлы үтәй. Беҙҙең бурыс – махсус хәрби операция зона-һында батырҙарса һәләк булған яҡташтар хаҡында иҫтәлекте мәңгеләштереү, уларҙы онотмау. Валерий Потехин, Максим Нәҙерғолов, Илшат Шамғолов, Евгений Чиркунов, Илдар Хәкимов, Юлай Ғәйнуллин... — улар һәр саҡ хәтерҙә. Батыр улдар тәрбиәләп үҫтергән ата-әсәләр алдында башымды эйеп, рәхмәт белдерәм, — тине Зәбир Насирйән улы. — Ошондай саралар үҫеп килеүсе быуынды патриотизм рухында тәрбиәләүгә бу-лышлыҡ итә. Бөгөнгө ярышта көслөләр еңһен, командаларға рух күтәренкелеге, көйәрмәндәргә онотолмаҫ кисерештәр теләйем.
Көн дауамында барған көсөргәнешле һәм ҡыҙыҡлы уйын һөҙөмтәһендә Ташбу-лат ауыл биләмәһенең Яҡтыгүл командаһы иң шәп уйын күрһәтеп, лайыҡлы рәүештә беренсе урынды алды.
Хәмиттәр икенсе, асҡарҙарҙың «Импульс» командаһы өсөнсө урындарҙы яуланы. Айнур Хисмәтуллин «Иң яҡшы һаҡсы», Заһит Яныбаев «Иң яҡшы һөжүм итеүсе», Фәнзил Сөләймәнов «Иң яҡшы бәйләүсе» тип табылды. Еңеүсе командаларға дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды.
Сараны концерт номерҙары биҙәне. 4-се класс уҡыусыһы Аделина Иванова башҡарған «Милые, добрые взрослые отмените войну» йырын бер кем дә тыныс ҡына тыңлай алмағандыр. «Арт Данс» ансамбле (етәксеһе Е. В. Баландина) сығышы ла һоҡланғыс булды.
Р. ДАУЫТОВА.