Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
15 Ноябрь 2024, 10:02

ҠЫЙЫУ ЙӨРӘКЛЕ ЯУГИРҘӘРҘЕҢ БЕРЕҺЕ ИНЕ

Райондаштар махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған Ирек Нәжип улы Мөхәмәҙиев менән бәхилләште. Яҡташыбыҙ менән хушлашырға Асҡар ауылының үҙәк майҙанына яугирҙең ғаиләһе, туғандары, район хакимиәте етәкселәре, дуҫтары, ауылдаштар йыйылды.

Ирек Мөхәмәҙиев 1997 йылдың 8 авгусында Асҡар ауылында тыуған. 2013 йылда 1-се Асҡар мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, Әбйәлил ауылындағы Урал аръяғы агросәнәғәт колледжында иретеп йәбештереүсе һөнәрен ала. 
Егет Магнитогорск металлургия комбинатында хеҙмәт юлын башлай, һуңынан вахта менән Ҡурған яҡтарында эшләй. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, Ирек Нәжип улы үҙен намыҫлы, яуаплы эшсе итеп күрһәтә, һәр ваҡыт эшен урын еренә еткереп башҡарыуы менән айырылып тора. 
Эшһөйәр, тыныс холоҡло, оптимист Ирек Нәжип улын туғандары, дуҫтары ярата. Яҡындары өсөн ныҡлы терәк булған, ауыр ваҡыттарҙа һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер уҙаманды барыһы ла ихтирам итә.
 И. Н. Мөхәмәҙиев 2024 йылдың 16 июлендә Рәсәй Оборона министрлығы менән контракт төҙөп, махсус хәрби операция зонаһына юллана. 30 августа хәрби бәрелештәр ваҡытында уҡсы вазифаһын башҡарған яҡташыбыҙҙың ғүмере батырҙарса өҙөлә. Ул һуңғы һулышына тиклем хәрби антына  тоғро ҡала.
Матәм митингыһында район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров яугирҙең яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
— Хөрмәтле яҡташтар, мәрхүмдең яҡындары, туғандары, бөгөн районыбыҙ өсөн ҡайғылы көн. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы махсус хәрби операция барышында яҡташыбыҙ Ирек Нәжип улы Мөхәмәҙиев батырҙарса һәләк булды. Туғандарының, ғаиләһенең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, һеҙгә түҙемлек, сабырлыҡ теләйбеҙ. Беҙҙең тыныс тормошобоҙ, яҡты киләсәгебеҙ өсөн йәнен аямай ҡорбан булған яугирҙарыбыҙ беҙҙең хәтерҙә мәңге йәшәйәсәк. Мәңгелек дан һиңә, батыр. Рухың тыныс булһын, бәхил бул, — тине Вадим Фәнил улы.
Ауылдаштар исеменән Эхсан Мөхәм-мәт үҙенең сығышында, батырҙың өлгөлө атай булыуын әйтеп үтте. 
Ирек Нәжип улы Мөхәмәҙиевтың ҡатынының, балаларының, ата-әсәһенең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Батыр йөрәкле яугир Асҡар ауылы зыяратында ерләнде.
Гөлнара ШАКИРОВА.

Читайте нас