Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2024, 16:32

ГЕРОЙ ПАРТАҺЫ АСЫЛДЫ

Красная Башкирия урта мәктәбендә Герой партаһы асылды. Ул махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Шамил Әбделғазиндың яҡты иҫтәлегенә бағышланды.

Шамил Шайморат улы 1982 йылда Красная Башкирия ауылында тыуған. Ошонда мәктәп тамамлаған. Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән Шамил Әбделғазин өсөн хәрби бурыс, намыҫ, батырлыҡ төшөнсәләре һәр саҡ тәүге урында тора. Хеҙмәттәштәре менән Төньяҡ Кавказ төбәгендә контртерро-ристик операцияла ҡатнашҡанда үҙен батыр яугир итеп күрһәтә. Армия хеҙмәтенән һуң ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының эҙләү-ҡотҡарыу хеҙмәтендә, «Цемикс» заводының һаҡ подразделениеһында эшләй. Махсус хәрби операция башланғас, Чечня утын үткән, хәрби тәжрибәһе булған ир-егет ситтә ҡалыуҙы хуп күрмәй.  2022 йылдың июлендә үҙ ирке менән хәрби контрактҡа ҡул ҡуя. Шамил Шайморат улы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны составында өлкән уҡсы булып хеҙмәт итә. Үҙен ҡыйыу башҡорт яугире, тоғро һәм ышаныслы дуҫ итеп күрһәтә. Хеҙмәттәштәре уны ихтирам итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл 28 мартта батыр яҡташыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө.
Бөтә Рәсәй патриотик проекты сиктәрендә «Герой партаһы»н  асыу тантанаһында район хакимиәтенең социаль үҫеш бүлеге начальнигы Гөлдәр Рәхимова, «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалының социаль координаторы Дилә Ғәлиуллина, хәрби хәрәкәттәр ветераны Илнур Ҡарабулатов, тыуған яғына ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан МХО яугире ҡатнашты. 
— Беҙ илебеҙ геройҙары тураһында хәтерҙе һаҡларға тейеш, был беҙҙең бурыс. Шамил Шайморат улы ысын батыр,  үҙ ғүмерен ҡорбан итеп, беҙҙе һәм Ватаныбыҙҙы дошмандан яҡланы.
Шамил Әбделғазин үлгәндән һуң хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән  Батырлыҡ ордены менән бүләк-ләнде. Уның тураһында яҡты иҫтәлек беҙҙең йөрәктәрҙә мәңге һаҡланыр, — тине Гөлдәр Әхмәҙулла ҡыҙы.
Партаны асыу хоҡуғы ҡаһарман яугирҙең әсәһе Миңһылыу Әбделға-зинаға һәм һеңлеһе Люциә Исламоваға бирелде.
Батыр яҡташыбыҙ Шамил Әбделғазин хаҡында хәтер мәңгелек булһын.
Д. ДӘҮЛӘТБАЕВА.

Читайте нас