Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2024, 16:28

ИСЕМЕ ЙӨРӘКТӘРҘӘ МӘҢГЕ ЙӘШӘР

Махсус хәрби операцияла һәләк булған контракт хеҙмәте кесе сержанты Шамил Раил улы Әхмәтовты ауылдаштары хөрмәтләп һуңғы юлға оҙатты. Яугир менән бәхилләшергә бөтә Тупаҡ халҡы килде тиһәм һис тә яңылышмам — кеше шул тиклем күп булды.

— Беҙ яугир-профессионалды, Тыуған илдең тоғро улын, ысын ир-егетте юғалттыҡ. Шамил Әхмәтов күңел ҡушыуы буйынса ағымдағы йылдың 4 октябрендә махсус хәрби операцияға юллана, уҡсы вазифаһында хәрби бурысын намыҫлы үтәй. Үкенескә күрә, 13 декабрҙә яугирҙең үлеме тураһында ауыр хәбәр алдыҡ. Ҡаһарман яҡташыбыҙ 2 декабрь көнө хәрби бурысын үтәгәндә һәләк булған, — тине хәрби комиссары М. В. Гребенщиков.
Ватан һаҡсыһының биографияһы ябай, әммә данлы. Шамил Әхмәтов 1978 йылдың 12 июлендә Тупаҡ ауылында донъяға килә. Урындағы урта мәктәптә белем ала. Уҡыу йылдарында үҙен бары тик ыңғай яҡтан күрһәтә, сәбәпһеҙ дәрес ҡалдырмай, маҡсатлы, тырыш уҡыусы була. Спортты  ярата, район күләмендәге ярыштарҙа көс һынай, призлы урындар ала. Уҡыуҙы бөткәс, күрше Әбйәлил ауылындағы 93-сө һөнәрселек учили-щеһына уҡырға инә. Армиянан һуң Магнитогорск ҡала-һына эшкә урынлаша. Ярҙамсыл, эшһөйәр булыуы менән коллегаларының һәм иптәштәренең ихтирамын яулай. Бөтә илде борсоуға һалып махсус хәрби операция барыуы уның да күңеленә тынғы бирмәй һәм тыныслыҡ даулау маҡсатында ул үҙ теләге менән контракт яҙа.
­— Рәсәй өсөн иң ҡатмарлы ваҡытта Тыуған ил намыҫын яҡлап ҡулына ҡорал алған Шамил Әхмәтов үҙенең батырлыҡ өлгөһө менән исемен районыбыҙ һәм дәүләтебеҙ тарихына яҙып ҡалдырҙы. Тыныс йоҡла, Шамил ағай! — тине район башлығының беренсе урынбаҫары Р. Ғ. Хәлилов яугир менән бәхилләшеп. — Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был яуҙа байтаҡ яҡташтарыбыҙ башын һалды. Беҙ уларҙы онотмайыҡ, улар өсөн доғала булайыҡ һәм әлеге ваҡытта алғы һыҙыҡта ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнашҡан ир-егеттәребеҙҙең именлеге хаҡына хәлебеҙҙән килгәнсә ярҙам ҡылайыҡ. Кисә яугирҙәребеҙгә райондан сираттағы гуманитар ылау оҙатылды. Был изге эшкә Таштимер ауыл биләмәһе халҡы ла тос өлөш индерҙе. Һеҙгә ҙур рәхмәт!
Й. Н. Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров, БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаттары корпусы исеменән мәрхүмдең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. Шамил Раил улының исемен хәтерҙән юймау, туғандарына ярҙам күрһәтеү буйынса хөкүмәт кимәлендә хәстәрлек буласаҡ тине. 
«Боевое братство» ойошмаһы һәм Тупаҡ ауылы халҡы исеменән утты-һыуҙы кискән Салауат Хөснийәров һүҙ алды: «Шамил ҡусты кеүек ҡыйыу ир-егеттәребеҙ именлегебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямай һуғышҡанда оҙаҡламай еңеү килер тип ышанам. Ҡыҙғаныс, ауылыбыҙ күген тағы ҡара болот ҡапланы. Болот артынан тиҙерәк ҡояш сыҡһын!» — тип теләне ул. 
Яугирҙең туғаны Таһир Суфиянов Шамил Раил улын һуңғы юлға оҙатырға килгән ауылдаштарға, район етәкселегенә рәхмәт әйтте. Апайы Илүзә Суфиянова ҡустыһының иҫтәлеге итеп һаҡлауға дәүләт флагы тапшырылды.
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.

Читайте нас