Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2024, 16:15

ТЫНЫС ТОРМОШ ӨСӨН ҒҮМЕРЕН БИРҘЕ

Район үҙәгендә махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугир Ринат Солтановты һуңғы юлға оҙаттылар. Батыр яҡташыбыҙ менән хушлашырға район етәкселеге, туғандары, дуҫтары һәм ауылдаштары килде.

Ринат Абдулхай улы 1981 йылдың 28 июлендә Коми Республикаһының Усинск ҡалаһында тыуған. 1988 йылда урындағы 4-се урта мәктәпкә беренсе класҡа бара. 1994 йылда Солтановтар ғаиләһе тыуған яҡтарына күсеп ҡайта, Ринат 1-се Асҡар урта мәктәбендә уҡый башлай. Мәктәп йылдарында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәтә. Кластан тыш сараларҙа ла  әүҙем ҡатнаша. 9-сы кластан һуң 93-сө һөнәрселек училищеһына уҡырға инә, электр һәм газ менән иретеп йәбештереүсе һөнәрен үҙләштерә. Илдең төрлө төбәктәрендә, Себерҙә вахта ысулы менән эшләй. Тик махсус хәрби операция барғанда илһөйәр яҡташыбыҙ ситтә ҡала алмай һәм үҙ теләге менән контрактҡа ҡул ҡуя. Һуғышта үҙен ҡыйыу һалдат итеп күрһәтә, уҡсы була. Ҡыҙғанысҡа, Ринат Абдулхай улы Солтанов үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәп, 43 йәшендә батырҙарса һәләк булды. Ҡыйыу яҡташыбыҙ башҡаларҙың тыныс тормошо өсөн үҙ ғүмерен бирҙе.
Яугир менән хушлашыу сараһында район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты. 
— Район тағы бер батыр улы менән мәңгелеккә хушлаша. Был бик үкенесле — йәш егеттәр һәләк була, балалар ғәзиз атаһын, ҡатындар һөйөклө ирен, әсәләр ҡәҙерле улын юғалта. Беҙҙең тыныс тормош, яҡты киләсәк өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән яугирҙәребеҙҙе һәр ваҡыт иҫтә тоторға тейешбеҙ. Уларҙың исемдәре мотлаҡ мәңгеләштереләсәк, — тине Илдар Таһир улы. — Ғаиләһенә, балаларына дәүләт тарафынан ҡаралған бөтә ярҙам сараларын күрһәтәсәкбеҙ.
1-се Асҡар урта мәктәбе коллективы исеменән уҡытыусы Әлиә Вафина Ринат Абдулхай улының ғаиләһенә ҡайғы уртаҡлашыу һүҙҙәрен еткерҙе, сабырлыҡ теләне.
— Ринат улыбыҙ бәләкәйҙән аҡыллы, сос булып үҫте. Шундай изге күңелле, ихлас, туған йәнле ине, һәр ваҡыт бөтәһенә лә ярҙам итергә тырышты. Ғаиләһен ҡәҙерләне, әсәһе, ҡатыны һәм балалары өсөн өҙөлөп торҙо. Бәхил бул, — тине туғандары исеменән сығыш яһаған инәләре Лилиә Кузнецова менән Гөлшат Хөсәйенова. 
Бер туғандары Люциә һәм Гүзәл Солтановалар һүҙ алды.
 — Артабан беҙҙең тормош Ринатһыҙ буласаҡ, быны күҙ алдына килтереүе бик ауыр. Сөнки ғаиләбеҙ шундай берҙәм, татыу булды. Үҙенең ҡыҙҙарын ғына түгел, беҙҙең балаларҙы ла шул тиклем ярата, хәстәрләй ине. Әсәйебеҙҙе Ринат кеүек яратҡан, хөрмәт иткән ул юҡтыр. Беҙгә ҡыйын, бер ниндәй һүҙҙәр менән дә ҡайғыбыҙҙы аңлатырлыҡ түгел, — тине улар. — Ҡәҙерле кешебеҙҙе һуңғы юлға оҙатыуҙа ярҙам иткән район етәкселегенә рәхмәт.
Ринатты  белгән һәр кем уны тоғро дуҫ, шәп кеше һәм ысын ир-егет итеп хәтерләйәсәк, тине дуҫы Радмир Итекәев.
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың ғаиләһенең һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Динара САФИУЛЛИНА.

Читайте нас