Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
20 Декабрь 2024, 16:31

УЛДАРЫ АТАЙҘАРЫ МЕНӘН ҒОРУРЛАНА АЛА

Ташбулат ауылында махсус операция зонаһында батырҙарса һәләк булған контракт хеҙмәте матросы Динар Хәйруллин менән бәхилләштеләр.

Динар Әүис улы 1984 йылдың 30 июлендә Ташбулат ауылында донъяға килгән. 1999 йылда Ташбулат мәктәбенең 9-сы класын тамамлағандан һуң, 93-сө һөнәрселек училищеһында уҡып, электрик һәм киң профилле тракторсы-машинист һөнәрен алып сыға.
2002-2004 йылдарҙа ил алдындағы изге бурысын үтәп, әрмелә хеҙмәт итә. Тыуған яҡтарға ҡайтҡас, төрлө төҙөлөш ойошмаларында эшләй. Бар эшкә маһир Динар Хәйруллин ҡайҙа ғына эшләһә лә һәр ерҙә «алтын ҡуллы оҫта» булараҡ ихтирам итәләр. Тыныс холоҡло, изге күңелле егеттең дуҫтары, иптәштәре күп була.
Ошо йылдың октябрендә Д. Хәйруллин Рәсәй Оборона Министрлығы менән контракт төҙөй  һәм Украинала барған махсус операция зонаһына юллана. Тик ғүмере бик ҡыҫҡа була яҡташыбыҙҙың: 14 декабрҙә район хәрби комиссариатына водитель гранатометсы булып хеҙмәт иткән Динар Әүәс улының хәрби бәрелештәр барышында батырҙарса һәләк булыуы тураһында хәбәр алына. Биргән антына тоғро ҡалып, һуңғы һулышынаса алышҡан яугирҙең батырлығы киләсәк быуын өсөн өлгө.
Яугир менән бәхилләшеү сараһына яҡташтары, туғандары, дуҫтары килде.
— Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы бер батыр яҡташыбыҙҙы һуңғы юлға оҙатабыҙ.  Яҡты киләсәгебеҙ өсөн ғүмеренең ахырынаса алышып, батырҙарса һәләк булған яугир һәр саҡ халыҡ хәтерендә булыр. Уның исемен мәңгеләштереү эштәре башҡарыласаҡ, – тине район хакимиәте башлығы Илдар Нафиҡов. — Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Тыныс йоҡла, яугир!
Класташтары, дуҫтары исеменән Азамат Билалов һүҙ алды:
— Оло ҡайғы килде ауылға: эшсән, аҡыллы класташыбыҙ, ҡустым Динар менән мәңгелеккә хушлашабыҙ. Ауыр тупрағың еңел, йәнең йәннәттә булһын, батыр. Илебеҙгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен, бындай ҡайғылы хәбәрҙәр башҡа ишек ҡаҡмаһын.
— Буталсыҡ, ауыр заманда йәшәйбеҙ. Атай-олатайҙарыбыҙ һөйләгәндәренән генә ишетеп үҫкән һуғыш афәтен үҙ иңебеҙҙә тоябыҙ. Һыу һөлөгө кеүек йәш егеттәр махсус операцияла һәләк була, был тәҡдирме, яҙмышмы... — тине туғандары, ауылдаштары исеменән сығыш яһаған Һылыу Нәҙершина. – Динар үҙ балам кеүек яҡын, ул 11 йәшенән минең балалар менән бергә үҫте. Йор һүҙле, шаян, иркә малай булды. Бер ҡасан бер кемгә ауыр һүҙ әйтмәне. Динарҙың ике улы ҡалды, Аллаһ бойорһа, балаларына һуғыш афәтен күрергә яҙмаһын, илгә тиҙерәк тыныслыҡ килһен. Улдары бәхетле, оҙон ғүмерле, тәүфиҡлы булһындар. Атайығыҙ менән ғорурлана алаһығыҙ, балалар! Ул Ватаны, һеҙҙең киләсәк өсөн ғүмерен дә йәлләмәне. Һылыу Хәҙис ҡыҙы яугирҙе һуңғы юлға оҙатырға килгәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерҙе.
Батыр яугир тыуған ауылы зыяратында һуңғы төйәген тапты. 
Ҡаһарман яҡташыбыҙҙың туғаны Миләүшә Әүис ҡыҙының, улдарының, туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. 
Тыныс йоҡла, яугир!
Р. ДАУЫТОВА.

Читайте нас