Вадим Халиҡов
Силәбе өлкәһенең Касли ҡалаһында тыуған Вадим Халиҡовтың бала сағы Әбйәлилдә үтә. 1-се Асҡар урта мәктәбен тамамлағас, Таштимерҙәге һөнәрселек училищеһында автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса слесарь һөнәрен үҙләштерә. 2006 – 2008 йылдарҙа Курил утрауҙарының береһендә — Кунашир утрауында хәрби хеҙмәт үтә, сержант званиеһын ала. Әрменән ҡайтҡас, егет райондың төрлө ойошма-предприятиеларында водитель булып эшләй. Мәғариф бүлегендә водитель булып эшләгән ваҡытта, һуңынан «Формула Безопасности» шәхси ойошмаһында район үҙәк китапханаһын һаҡлағанда үҙен яуаплы, тыйнаҡ, кешелекле, тәүәккәл итеп күрһәтә. Ошо сифаттары өсөн Вадим Сәйфитдин улын хеҙмәттәштәре ихтирам итә.
2022 йылда тыуған илгә хәүеф-хәтәр янағас, Рәсәй Президенты Владимир Путин мобилизация иғлан итте. Ошо йылдың сентябрендә яҡташыбыҙ В. Халиҡов та мобилизациялана, тик күп балалы атай статусы арҡаһында ноябрҙә демобилизациялана. Әммә патриотизм тойғоһо һәм Ватанды яҡлау теләге өҫтөнлөк ала. Утлы яуҙа ҡалған иптәштәрен һағына һәм киренән махсус хәрби операция зонаһына юлланырға ҡарар итә. 2023 йылдың 16 ғинуарында Вадим үҙ теләге менән Рәсәй армияһы сафына баҫа.
Махсус хәрби операция барышында «Тайга» позывнойын йөрөткән яҡташыбыҙ тиңһеҙ батырлыҡ өлгөһө күрһәтә. Яугир разведротала разведчик булып хеҙмәт итә. Алғы һыҙыҡта, ут аҫтында разведка алып барырға тура килә. «Тайга» ике тапҡыр ҡаты яралана, һуңғыһы 2024 йылдың 24 июлендә Запорожьела хәрби задание үтәгән мәлдә була. Разведчик дошман минаһына баҫа, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, батыр яҡташыбыҙ бер аяғын юғалта. Шуға ҡарамаҫтан, Вадим Сәйфитдин улы төшөнкөлөккә бирелмәй, әле лә ул Рәсәй Ҡораллы көстәрендә разведка ротаһы составында тора.
Яҡташыбыҙҙың алыш барышында күрһәткән батырлыҡтары IV дәрәжә Георгий тәреһе һәм «Генерал Шайморатов» миҙалы менән билдәләнгән. Хәҙерге ваҡытта ул госпиталдә дауаланыуын дауам итә, әммә уның рухы һәм тормошҡа ынтылышы ҡаҡшамаҫ булып ҡала. Яу яланында нығынып, олпатланған яугиргә ике йыл эсендә күпме юғалтыуҙар кисерергә, һынауҙар үтергә тура килгән. Уның күңел яраларын тик яҡындары һәм тыныс тормош ҡына дауалай алыр.
Батыр яҡташыбыҙ ике ҡыҙға һәм бер улға өлгөлө атай, яратҡан ҡатыны Әлиә Айрат ҡыҙына ышаныслы, тоғро таяныс. Күп һынауҙар үтеп тә алсаҡ, һынмаҫ рухлы булып ҡала белгән Вадим киләсәккә яҡты пландар менән йәшәй.
Вадим Өмөтбаев
Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан В. Өмөтбаев 1988 йылдың 17 февралендә Сиҙәм ауылында тыуған. Бәләкәй сағынан спорт менән шөғөлләнеп, спорт һәләттәрен үҫтерә һәм яҡшы һөҙөмтәләргә ирешә. Мәктәп йылдарында Вадим спорт сараларында әүҙем ҡатнаша, волейбол, баскетбол уйнай, райондың футбол командалары араһында «Иң шәп ҡапҡасы» исемен йөрөтә. Шулай уҡ, каратэ буйынса спорт мастерлығына кандидат, Башҡортостан һәм Рәсәй чемпионы титулын яулай.
Урта мәктәптән һуң, Екатеринбург юғары артиллерия команда училищеһын тамамлай. Артабан армия генералы В. Ф. Маргелов исемендәге Рязань юғары һауа-десант команда училищеһында уҡый.
Хеҙмәт юлын Магнитогорск металлургия комбинатында башлай, артабан эшҡыуарлыҡҡа тотона.
Махсус хәрби операция башланыу менән хәрби комиссариаттан саҡырыу ҡағыҙы ала һәм тәүге мобилизацияланғандар иҫәбендә 2022 йылдың сентябрендә ил һағына баҫа. «Махмур» позывнойлы яҡташыбыҙ хәрби бурысын үтәгәндә үҙен батыр, тәүәккәл һәм аҡыл менән эш итеүсән яугир итеп күрһәтә.
Вадим Өмөтбаев Ватанды һаҡлауҙа һәм хәрби бурысын үтәгән ваҡытта күрһәткән шәхси ҡаһарманлығы өсөн Рәсәй Оборона министрлығының «Хәрби батырлыҡ өсөн» һәм «Генерал Шайморатов» миҙалдары менән наградланған. Вадимды класташтары, дуҫтары һәм туғандары ихтирам итә. Яугирҙең 4-се класта уҡыған улы Арсений уҡыу алдынғыһы, ул «Зенит» клубында футбол менән шөғөлләнә һәм, атаһы кеүек үк, “Иң шәп ҡапҡасы” исемен яулаған.
«Махмур» алсаҡ, ҡыйыу һәм тәүәккәл кеше. Әммә һуңғы ваҡытта ул аҙ һүҙле, ҡаҙаныштары менән маҡтанырға яратмай. «Генерал Шайморатов» миҙалы яугирҙың ҡыҫҡа ялға ҡайтҡан ваҡытында тапшырыла. Лайыҡлы наградаһын алыр өсөн ауыл Советы хакимиәтенә барырға ла туғандары көскә күндерә. Миҙалды тапшырыу тантаналы шарттарҙа үтә, был Өмөтбаевтар нәҫеле өсөн генә түгел, ә бөтә ауыл өсөн мөһим ваҡиға була. Яугир ауылдашын Әлмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Наталья Сатина, легендар «Урал» совхозы ветерандары һәм ауылдаштары тәбрикләй.
Сиҙәм ауылының илһөйәр улы ҡыҫҡа ялы ваҡытында ауылдаштары, дуҫтары, туғандары менән ихлас аралашып, изге эштәрҙә лә ҡатнашып китте. Ул Әлмөхәмәт ауылында йәшәүсе ике хеҙмәт ветеранына 2025 йылдың беренсе ярты йыллығына «Осҡон» гәзитен бүләк итте.
Берҙән-бер улдарын Ватандың ысын патриоты итеп тәрбиәләгән Нәзифә һәм Азамат Өмөтбаевтар Вадим менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Вадим Азамат улының батырлығы тыуған илгә тоғролоҡ һәм батырлыҡ өлгөһө булып тора.
Ватаныбыҙ һәр дәүерҙәрҙә тап ошондай көслө рухлы, ҡыйыу йөрәкле батыр улдарына таяна. Иҫән-һау әйләнеп ҡайтығыҙ!