Рафаэль Рәфис улы 1994 йылдың 10 ғинуарында Ташбулат ауылында донъяға килә. Ошондағы урта мәктәптә белем ала. Тырыш, тәртипле уҡыусы, спортсы була. Мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша, класташтары араһында лидерлығы менән айырыла. Уҡытыусылары уның ғәҙел, ярҙамсыл булыуын онотмай.
Ғаиләлә баш бала булараҡ, иртә үҙ аллылыҡҡа өйрәнә, ата-әсәһенең уң ҡулы, ярҙамсыһы була, ағай булараҡ, һеңлеһе тураһында хәстәрлек күрә. 2012 йылда Р. Шәрәфетдинов ил алдындағы изге бурысын үтәргә китә. Үҫмер сағынан машиналар, техника менән ҡыҙыҡһынған егет әрменән ҡайтҡас водитель һөнәрен үҙләштерә, атаһының автосервисына эшкә килә. МХО-ға тиклем “Учалы Втор- мет” ЯСЙ-һында эшләй.
2022 йылдың сентябрендә өлөшләтә мобилизация иғлан ителгәс, Әбйәлилдән хәрби хеҙмәткә саҡырылған ир-егеттәр араһында Тыуған илде яҡларға баҫыу бурысы Рафаэлдың өлөшөнә лә төшә. Ғаилә ҡорған, сәскәләй бәләкәс кенә ике ҡыҙы үҫеп килгән йәш ир, күп уйлап тормай, ил саҡырыуын ҡабул итә.
Махсус хәрби операция биләмә- һендә рядовой Р. Шәрәфетдинов хәрби операцияларҙа әүҙем ҡатнаша, үҙен ҡыйыу башҡорт һалдаты, тоғро һәм ышаныслы дуҫ итеп күрһәтә. Ғүмеренең ахырына тиклем хәрби антына тоғро ҡалған яугир 2024 йылдың 3 июлендә ҡаты йәрәхәттән вафат була.
Шәрәфетдиновтарҙың нурлы донъя- һы күген ҡайғы болото ҡапланы. Яугир менән бәхилләшеү митингыһы йәштәр- ҙең бәхетле киләсәк тураһында уйҙар менән төҙөгән яңы йорто алдында уҙҙы. Рафаэлды һуңғы юлға оҙатыуға халыҡ күпләп килде. Район етәкселеге, “Боевое братство” ойошмаһы ир-азаматтары, ауылдаштары, дуҫтары, класташтары, уҡытыусылары илебеҙ именлеге өсөн башын һалған ҡаһарман яҡташыбыҙ менән бәхилләште, мәрхүмдең яҡында- рының – ата-әсәһе Фәниә Фәнил ҡыҙы һәм Рәфис Рәйес улының, һөйөклө кәлә- ше Эльвира Алмаз ҡыҙының, атайһыҙ ҡалған бәләкәстәренең һәм ҡарындашы Юлиәнең, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
– Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы бер яҡ- ташыбыҙҙы, Рафаэль ҡустыны һуңғы юлға оҙатырға мәжбүрбеҙ. Һыу һөлөгөндәй егеттәрҙе ҡара ер ҡуйынына һалыу уғата ауыр. Инде әйтер һүҙ ҙә, көс тә ҡалманы. Һуғыш һаман дауам итә, йәп-йәш ир-егеттәр әрәм була. Шул уҡ ваҡытта беҙ илебеҙҙе яҡларға, уның имен киләсәген хәстәрләргә тейешбеҙ. Ир-егеткә фарыз бурысын үтәгән асыҡ йөҙлө, тура һүҙле Рафаэль да үҙенең ғүмерен илебеҙҙең үҙаллылығы, киләсәге өсөн бирҙе. Ул беҙҙең өсөн бөтә яҡтан үрнәк, илһөйәрлек өлгөһө булып йөрәктәрҙә мәңге йәшәйәсәк. Уның исемен мәңгеләштереү буйынса мөмкин булғанды эшләйә- сәкбеҙ. Таһир Кусимов, Рәүеф Дәүләтов кеүек батырҙарыбыҙ менән бер рәттән МХО-ла һәләк булған ҡаһарман яҡташ- тарҙың исемдәрен дә оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Рафаэлдың ғаиләһен, ата-әсәһен ҡанатыбыҙ аҫтына алып, уларға бар хәлсә терәк-таяныс булырға тырыша- саҡбыҙ. Тыныс йоҡла, бәхил бул, батыр! – тине район башлығы И. Т. Нафиҡов.
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Й. Н. Зәйтүнов Башҡортостан Башлығы Р. Ф. Хәбиров һәм Ҡоролтай депутаттары исеменән ҡайғы уртаҡлашты.
– Бындай ваҡытта йыуатырлыҡ һүҙҙәр табып булмауы ҡыйын. Шуныһын әйтергә кәрәк – Рафаэль ҡусты Ватаныбыҙ ярҙам һорап саҡырғас, беренселәр рәтендә ил һағына баҫты. Шуға күрә лә беҙ уны онотмаҫҡа бурыслыбыҙ, ҡыйыу йөрәкле ул үҫтергән ата-әсә алдында баш эйәм, – тине Йәлил Насип улы.
Хәрби часть вәкиле прапорщик М. И. Лященко оло юғалтыу кисереүсе яугир ғаиләһенә командование һәм шәхсән үҙенең исеменән ҡайғы уртаҡлашыу белдерҙе. Ғүмеренең һуңғы ике йылын яу ҡырында үткәргән яҡташыбыҙҙың хәрби операция биләмәһендә беренсе көндән үҙен ҡаһарман рухлы ысын герой итеп күрһәтеүен, батырҙар үлеме менән фанилыҡтан китеүен әйтеп, үлгәндән һуң Батырлыҡ орденына тәҡдим ителеүе тураһында хәбәр итте.
Батыр белем алған мәктәп, уҡытыусылары исеменән Рафаэлдың класс етәксеһе С. С. Мөхәмәтдинова сығыш яһаны. Ул уҡыусыһының намыҫлы, эшсән, кешелекле, бөтә яҡтан килгән егет булыуын, кластан тыш сараларҙы – ярыштарҙы, тимур командаһының эшен, походтарҙы ойоштороусы, класс етәксеһенең уң ҡулы, иптәштәре араһында лидер булыуын иҫкә алды.
Мәрхүмдең туғандары исеменән А. З. Махийәнов һүҙ алды, аяныслы хәлдән шаңҡып ҡалған ғаиләһенә оло сабырлыҡ, артабан йәшәү көсө теләне. Әйткәндәй, Рафаэлды һуңғы юлға оҙатыуға төрлө яҡтарҙа йәшәгән туғандары ла килеп еткәйне. Яҡындарҙың терәге ошондай ваҡытта кәрәк тә инде!
Р. Шәрәфетдиновтың ҡатыны Эльвира Алмаз ҡыҙына иҫтәлеккә Рәсәй Федерацияһы байрағы тапшырылғандан һуң мәрхүмде мәңгелек йортона оҙаттылар.
Тыныс йоҡла, батыр!
Гөлнара КҮСӘРБАЕВА.