Мәктәпте бөткәс 1995 йылда Совет армияһы сафтарына алына. Хәрби хеҙмәттән ҡайтҡас, Белорет металлургия комбинатында, һуңыраҡ пилорамала эшләй. Ҡайҙа ғына йөрөһә лә Дим Марат улын ихтирам итәләр. Чечня һуғышын үткән яугир махсус хәрби операция башланғас ситтә ҡала алмай, контракт буйынса ил һағына баҫа. Алғы һыҙыҡта уҡсы вазифаһын башҡара. Хәрби задание үтәгән ваҡытта батырҙарса һәләк була.
Район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Вадим Ғафаров, район Советы секретары Булат Исламбаев, Байым ауыл биләмәһе башлығы Даян Фәтхуллин яугирҙең яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты. Батырҙың әсәһе Райхана Даминдар ҡыҙының, улдары Динисламдың
һәм Вадимдың, апайы Дилбәр Марат ҡыҙының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Яугирҙең батырлығы онотолмаҫ.